Гаврилов үҙе генә китмәне, уға буйһонған бер нисә кешене лә үҙе артынан эйәртте: ҡала хужалығы бүлеге начальнигы Владимир Володинды һәм баш архитектор Светлана Гиршты. Володин был посты оҙаҡ биләмәне, фамилияһы ғына ныҡ таныш ( Дума спикерына, шулай ҙа, туғанлығы юҡтыр). Ә бына Светлана Рәүеф ҡыҙы архитектурала оҙаҡ йылдар эшләгән ҡатын. Ниңә ҡапыл ғына барыһы ла ҡуҙғалырға булған - был һорауға яуап юҡ, бөтәһе лә "Әллә" тигән яуап менән сикләнә.