Кисә Ермолаево дауаханаһында музей асылды. Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, Көйөргәҙе районының почетлы гражданы Раил Әбдрәшитов, ветеран табиптар, район ветерандары советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Краснов һәм башҡалар ҡатнашты.
Әхәт Йәүҙәт улы сығышында яҙмыштары ошо дауахана менән бәйләнгән табиптарҙы — Наил Ғатауллин, Мөхәрәм Бикбов, Рәжәп Юлбарисов, Павел Федотов, Миңлебай Рахманғоловтарҙы хәтергә алып үтте. «Бөгөнгө көндә дауаханала 35 табип, 134 медицина хеҙмәткәре район халҡы һаулығы һағында тора», - тине ул һәм ошо изге эште башлап йөрөүсе — Күмертау үҙәк дауаханаһының баш табибы Олег Астаховҡа, дауахана коллективына рәхмәт әйтте.
«Был дауахананың бай тарихы бар. Үткәндәрҙе оноторға ярамай. Беҙ бында ҡасандыр эшләп киткән табиптарҙың васыятына тоғро ҡалып, кешеләрҙе яҡшы дауаларға тейешбеҙ», - тине Олег Анатольевич.
Ермолаево дауаханаһы тарихына күҙ һалһаҡ, ул 1911 йылда баяр Шотт тарафынан асылған. Ул хәтлем ҙур ҙа булмаған ғына бүлмәлә урынлашҡан музей төрлө ҡыҙыҡлы экспонаттар менән тулыландырылған. Музейға артабан да ҡыҙыҡлы материалдар өҫтәлер, ул байыр, тулылыланыр, тип ышанып ҡалайыҡ.