Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
26 Октября 2018, 11:56

МОДУЛЛЕ ФАП-ТАР КӘРӘК

Кисә ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев фельдшер-акушер пункттарының хәле менән танышып сыҡты. Бындай ФАП-тар Ира, Алексеевка һәм Уралка ауылдарында урынлашҡан. Был ауылдарҙа 1200 тирәһе кеше йәшәй.

Кисә ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев фельдшер-акушер пункттарының хәле менән танышып сыҡты. Бындай ФАП-тар Ира, Алексеевка һәм Уралка ауылдарында урынлашҡан. Был ауылдарҙа 1200 тирәһе кеше йәшәй.

Бындағы ФАП-тарҙың матди-техник базаһы иҫкергән, биналарының да торошо шәптән түгел. Шулай уҡ йылы туалеттар, интернет, компьютерҙар юҡ, яҡтыртыу ҡорамалдары ла насар эшләй. Тик ФАП-тарҙың фельдшерҙары ғына түҙемле, улар бында бик оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә. Халыҡ та уларҙы ярата. Бөтә булған проблемаларҙы күҙ уңында тотоп, ҡала етәкселеге БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына модулле ФАП һорап мөрәжәғәт итмәксе. «ФАП-ҡа барыу юлдарын да тәртипкә килтерергә кәрәк. Беҙ халыҡ өсөн уңайлы мөхит тыуҙырырға бурыслыбыҙ», - ти Борис Владимирович.
Читайте нас: