Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
30 Ноября 2018, 12:52

ЗАМАН СИРЕ

Рәсми рәүештә ВИЧ-инфекция менән сирлеләр 1987 йылда күҙәтеүгә алынғайны. Ошо осор эсендә республикала бөтәһе 30721 сирле асыҡланған булһа, шуларҙың 8437-е үлгән (259-ы – ситтән килгәндәр), 3796 кеше башҡа төбәктәргә сығып киткән. Республикабыҙға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән шундай 904 сирле иҫәпкә алынған.

Рәсми рәүештә ВИЧ-инфекция менән сирлеләр 1987 йылда күҙәтеүгә алынғайны. Ошо осор эсендә республикала бөтәһе 30721 сирле асыҡланған булһа, шуларҙың 8437-е үлгән (259-ы – ситтән килгәндәр), 3796 кеше башҡа төбәктәргә сығып киткән. Республикабыҙға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән шундай 904 сирле иҫәпкә алынған.

ВИЧ-инфекция менән ауырыусы 21154 кеше иҫәпкә ҡуйылырға тейеш. Шуларҙың 12881-е ир-егеттәр булһа, 8273-е ҡатын-ҡыҙ.

Был заман сире менән ауырыусыларҙың 11877-еһе ҡалала йәшәүселәр булһа, 6811 кеше ауылда көн күрә. Башҡортостан буйынса Рәсәй яза үтәү системаһына ҡараған учреждениеларҙа бөгөн – 1653 кеше тотола. Йәнә 813 кешенең йәшәү урындары билдәһеҙ.

Быйылғы йыл башынан Башҡортостанда бөтәһе 2203 ВИЧ-инфекция менән зарарланыусы асыҡланған, шуларҙың 1339-ы – ир-егеттәр, 864-е – ҡатын-ҡыҙ. Шулай уҡ был ауырыу менән 424 йөклө ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. ВИЧ-инфекциялы ҡатындар бала тапҡанда ла сабыйҙарына ошо сирҙе “бүләк итеп” тапшыра булып сыға.

Октябрь айына ҡарата республикабыҙҙа йоғошло ВИЧ сире менән зарарланғандар һаны, былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 3,80 процентҡа кәмерәк булһа, үлеүселәр һаны киреһенсә 12,52 процентҡа артҡан. Шуныһын да әйтеп китеү кәрәктер: үлемесле сирҙе йоҡтороусыларҙың яртыһынан күберәген (43,89 процентын) - 31-40 йәштәгеләр тәшкил итә. Уйлап ҡараһаң, был бит кешенең иң матур, иң сәмле, иң уңышлы һәм емешле сағы.

- Күмертауҙа 1999 йылдан бирле ВИЧ-инфекция менән барлығы 1033 ауырыусы асыҡланған. Быйыл был ҡурҡыныс сир менән ауырыусы тағы 63 яңы кеше асыҡланған. Ҡалала 1999 йылдан бирле 1033 сирленең 374 -е яҡты донъя менән хушлашҡан. Үлемесле сирҙе енси юл аша йоҡтороусыларҙың артыуы йәмғиәтебеҙҙә әҙәп-әхлаҡ нормаларының түбәнәйеүе, эскелек һәм наркоманлыҡтың артыуы хаҡында һөйләй. Бигерәк тә бындай юл менән зарарланыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың артыуы хафаға һала. Ваҡытында асыҡланған сир дауалауға еңелерәк бирелеүен онотмаһындар ине кешеләр һәм, әлбиттә, йышыраҡ тикшеренеү үтеп торһондар ине, - ти ҡаланың СПИД һәм инфекциялы ауырыуҙарға ҡаршы көрәш, профилактика буйынса дауаханаһы мөдире Лидия Живодерова.

“Районда быйыл ВИЧ-инфекция менән зарарланыусы яңы 20 кеше асыҡланды. Шулай уҡ дүрт йәшлек бер баланың да был ауырыу менән сирләүе тетрәндерҙе. Былтыр был инфекция менән зарарланыусылар исемлегендә балалар юҡ ине.

Хәҙерге көндә районда 123 кеше СПИД менән зарарланып, иҫәптә тора. Уларҙың 64-е вирусҡа ҡаршы терапия үтә. Был ауырыуҙың иң күп таралыу юлы - енси юл. Үлемесле йоғошло сирҙе башлыса ситтә вахта менән эшләүсе ир-аттар тарата”, - тине район үҙәк дауаханаһының врач-инфекционисы Елена Иванова.
Читайте нас: