Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
25 Декабря 2018, 11:14

СТУДЕНТ-ФЕЛЬДШЕРҘАР ЯРҘАМЫ

Салауат медицина колледжының 4-се курста уҡыған 12 студенты ауылға ярҙам күрһәтеү буйынса ирекмәндәр акцияһы сиктәрендә Бальза ауылына килеп, фельдшер пунктына ҙур ярҙам күрһәткән.

Салауат медицина колледжының 4-се курста уҡыған 12 студенты ауылға ярҙам күрһәтеү буйынса ирекмәндәр акцияһы сиктәрендә Бальза ауылына килеп, фельдшер пунктына ҙур ярҙам күрһәткән.


Буласаҡ фельдшерҙар иң тәүҙә медицина пункты территорияһының ҡарын көрәп ташлаған. Һуңынан йорттар буйлап кешеләрҙең һаулығын тикшереү буйынса практика үткәндәр. Ҡайһы берәүҙәре ФАП-ҡа килгән пациенттарҙы ҡабул итергә лә өлгөргән. Студенттар үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән.
Читайте нас: