Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
29 Декабря 2018, 11:27

«УНЫҢ МЕНӘН АРАЛАШЫУ — ҮҘЕ ДАУА»

Илдең бар проблемаларын үҙенә һыйҙырғандай Түкән ауылы. Ауыл хәлен кем яҡшы белә? Әлбиттә, фельдшер. Беҙ ошо ауылда 40 йылға яҡын халыҡ һаулығы һағында тороусы Кәфиә Малик ҡыҙы Дмитриенко менән осрашып һөйләштек.

Илдең бар проблемаларын үҙенә һыйҙырғандай Түкән ауылы. Ауыл хәлен кем яҡшы белә? Әлбиттә, фельдшер. Беҙ ошо ауылда 40 йылға яҡын халыҡ һаулығы һағында тороусы Кәфиә Малик ҡыҙы Дмитриенко менән осрашып һөйләштек.


- Кәфиә апай, һеҙ бында ҡасандан алып эшләйһегеҙ һәм әлеге көндә барлығы нисә кешене хеҙмәтләндерәһегеҙ?

- Мин үҙем Зәк-Ишмәт ауылында тыуып үҫтем. Был ауылға уҡып бөткәс тә, йүнәлтмә буйынса 1980 йылда килгәйнем. Шул ваҡыттан алып, әле хаҡлы ялда булһам да, эшләп йөрөйөм. Тағы бер-ике йылдан эштән китергә уй бар, әммә ауыл халҡы: «Китмәгеҙ, һеҙ китһәгеҙ, беҙҙе кем ҡарай?» - ти. Әлеге көндә Түкән ауылынан 200-ләп һәм күрше Кинйә ауылынан 87 кеше минең ҡарамаҡта. Халыҡ йылдан-йыл кәмей бара. Хәҙер ауылда күберәк оло йәштәгеләр генә ҡала килә. Элекке йылдарҙа халыҡ менән эшләргә тура килһә, хәҙер төрлө ҡағыҙ эше менән күмәләр. Етмәһә, барлыҡ документтарҙы ла компьютерҙа тултырырға ҡушалар, ә беҙҙә ул компьютер булғаны ла юҡ.

- Элек ниндәй ауырыуҙар менән киләләр ине һәм хәҙер күберәк ниндәй сирҙәр менән мөрәжәғәт итәләр?

- Элек ҡан баҫымының юғары булыуы менән оло йәштәгеләр генә мөрәжәғәт итһә, хәҙер был сир йәштәрҙә һәм, хатта, балаларҙа ла күҙәтелә. Шулай уҡ инфаркт, инсульт сирҙәренең йәштәрҙә килеп сығыуы борсоуға һала.

- Уның сәбәптәрен нимәлә күрәһегеҙ?

- Аҡса етешмәүе проблемаһы, насар туҡланыуҙандыр, күрәһең. Хәҙер магазиндан һатып алған аҙыҡ-түлек бөтөнләйе менән сифатһыҙ бит. Печеньеларҙың барыһы ла организмға зыянлы булған пальма майы менән.

- Тыуым һәм үлем кимәле буйынса ниҙәр әйтерһегеҙ?

- Аллаға шөкөр, сабыйҙар тыуып тора. Ул яҡтан проблема юҡ, тиһәң дә була, әммә балалары мәктәп йәшенә етеү менән йәш ғаиләләр ҡала яғына күсеп китеү яғын ҡарай, сөнки ауылда балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә юҡ. Үлемгә килгәндә инде, беҙҙә күбеһенсә ҡартайып үлеүселәр генә. Эсеү менән мауығыусылар ҙа ауылыбыҙҙа юҡ тиерлек.

- Һеҙҙең урынға эшкә килеүсе кеше булырмы икән?

- Хәҙер ауылға йәштәр ҡайтмай шул. Ауыл ере өсөн беҙҙең эш хаҡы арыу ғына ла ул. Етмәһә, ауылға ҡайтҡан фельдшерҙарға 500 мең һум аҡса бирәләр. Шул балалар баҡсаһы, мәктәп булмағаны өсөн йәштәр ауылды үҙ итмәй. Үҙемдең 3 балам да шуның өсөн ҡалаға күсеп китте. Балаларыбыҙ өсөн шарттар булһа, ауылда ғына йәшәр инек, тиҙәр улар. Йома етеү менән үк ҡаланы ташлап, ҡайтып та етәләр. Бына элек беҙҙән берәү ҙә ауылға эшкә бараһыңмы, тип һорап торманы бит. Йүнәлтмә буйынса ҡайҙа ебәрәләр, шунда барҙыҡ. Шул системаны, бәлки, кире ҡайтарырға кәрәктер?..

- Дауаханаға барһаң, бөтә нәмәне түләүле үтергә ҡушалар. 80-се йылдар менән сағыштырғанда, дауалау кимәле нисек хәҙер?

Бар нәмәне аҡса менән һанайбыҙ шул хәҙер, ә сифат яғы аҡһай. Элек һаулыҡ һаҡлау өлкәһен ныҡ ҡаранылар. Хәҙер күптәр аҡса түләп кенә медицина белеме ала. Шуныһы ла борсоуға һала: белемле табиптар юҡ кимәлдә. Миһранов, Вахитов кеүек оло йәштәге табиптарға алмаштарҙы ҡайҙан алырбыҙ?

- Халыҡ медицинаһына ышанаһығыҙмы?

- Ниндәйҙер кимәлдә ышанам тиергә була. Тыуған яҡтарыбыҙҙың шифалы үләндәренең файҙаһы ҙур, әлбиттә. Әммә төрлө әбей-бабайҙарға йөрөүҙе хупламайым.

- Халыҡ ауырымаһын өсөн нимәләр кәңәш итерһегеҙ?

- Даими рәүештә табиптарға барып тикшерелеп торһондар. Диспансеризацияны онотмаһындар. Сәләмәт тормош рәүеше алып барһындар. Тәмәке, алкоголь һәм башҡа зыянлы әйберҙәр менән мауыҡмаһындар. Үҙегеҙ беләһегеҙ, хәҙер бәләкәй генә ауылдарҙа ла СПИД сирлелере етәрлек. Беҙҙә лә улар өсәү ине, икәүһе генә ҡалды. Берәүһе бик йәшләй генә яҡты донъя менән хушлашты. Һаулығыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора.

- Яңы йылда ниндәйҙер яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр көтәһегеҙме?

- Яңы Башлыҡтан яҡшы яңылыҡтар ғына көтәбеҙ. Ауыл халҡы иң тәүҙә беҙгә килә, шунан ғына дауаханаға бара бит. Шуға күрә ауыл ФАП-тарына ҙур иғтибар бүленергә тейеш. Беҙҙең бит ҡан баҫымы үлсәгестән башҡа бер нәмә юҡ тиерлек. ЭКГ аппараттары, ҡандағы шәкәрҙе үлсәгестәр ҙә кәрәк беҙгә. Үрҙә әйткәнемсә, ауылдарҙа балалар учреждениеларын тергеҙһендәр ине, тик шул саҡта ғына йәштәрҙе йәлеп итә аласаҡбыҙ. ФАП биналарын ҡараһындар. Бына үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, беҙгә лә ҙур ремонт талап ителә. Нисә йыл инде шул ремонтты һорайым, тик әлегә вәғәҙә генә итәләр.

- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Кәфиә апай! Яңы йыл тик уңыштар, яҡшы хәбәрҙәр генә килтерһен!
Читайте нас: