Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
8 Февраля 2019, 13:37

ЗӘК-ИШМӘТТӘР ТИК ЯТМАЙ

«Зәк-Ишмәттәр тик ятмай», - тип әллә күпме яҙҙылар. Бөгөн мин ошо hүҙҙәрҙе тағы ла иҫбатлап үткем килә.

«Зәк-Ишмәттәр тик ятмай», - тип әллә күпме яҙҙылар. Бөгөн мин ошо hүҙҙәрҙе тағы ла иҫбатлап үткем килә.

Ысынлап та, беҙ берҙә генә лә тик ятмайбыҙ шул. Ҡыш килеү менән, күбеhе өйҙә ултырып ҡала: буран, ҡар, hалҡын, тип. Спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәтлекте һаҡлау өсөн йылдың ниндәй миҙгеле икәне ҡамасау түгел. Шуға күрә беҙ (Зәк-Ишмәт «ҡыҙҙары» ), ҡыш, һыуыҡ, буран тип тә торманыҡ, урыҫса әйтмешләй, «Скандинавская ходьба» методикаhы менән шөғөлләнә башланыҡ.

Иң тәү башлап әхирәтем менән икәү генә йөрөй башлағанда, урамда бер-ике кеше генә күренә ине. Ә бөгөнгө көндә инде, урам тулы кеше таяҡтар тотоп, сәләмәтлектәрен нығытырға тотондо. Нимә әйтергә уйлаған инем: оло йәшкә ҡарамай, hаулыҡ юҡ, тип өйҙә ултырмағыҙ. Юҡҡа ғына: «Ятып ҡалғансы, атып ҡал», «Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух», - тип әйтмәйҙәр бит. Ауылыбыҙҙың ололары ғына түгел, ә йәштәре лә сәләмәт тормошто үҙ итеүе тағы ла нығыраҡ һөйөндөрә.
Читайте нас: