Ауыл халҡы өсөн шәп яңылыҡ хасил булды. Хәҙер ФАП фельдшерҙары дарыухананан дарыу алыу өсөн рецепт һәм больничный ҡағыҙы яҙып биреү хоҡуғына эйә буласаҡ.
Бының өсөн күптән түгел Бөрө ҡалаһының медицина колледжы уҡытыусылары килеп, ФАП фельдшерҙары өсөн уҡыу ойошторҙо. Бында Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһынан 35 фельдшер уҡып сыҡты. Шулай итеп, ауыл халҡына хәҙер рецепт йә больничный артынан район үҙәгенә йә ҡалаға сабырға тура килмәйәсәк. Бының барыһын да өйҙә ятып ҡына хәл итә аласаҡ. Ауыл фельдшерҙарының дарыуға рецепт бирә алыуы айырыуса ҡыуаныслы ваҡиға, юҡһа, хәҙер дарыуханала, хатта, антибиотиктарҙы ла рецептһыҙ бирмәй башланылар.
Бер ваҡыт «Юшатыр» гәзитенә: «Нишләп фельдшерҙарға система ҡуйырға рөхсәт итмәйҙәр ул? Беҙгә система ҡуйҙырыу өсөн әллә ҡайҙа йөрөргә тура килмәҫ ине», - тигән һорау менән дә мөрәжәғәт иткәндәр ине. Шул һәм башҡа мәсьәләләр менән беҙгә райондың бер нисә ФАП-ында ла булырға тура килгәйне. Унда фельдшерҙарҙың: «Бына күрәһегеҙме, беҙҙә компьютер ҙа, интернет та юҡ», - тигән зарланыуҙарын ишеттек. Хәҙер больничный ҡағыҙҙары тик электрон вариантта ғына буласаҡ, тип тә һөйләйҙәр. Шуға күрә, ауыл фельдшерҙары интернетһыҙ ҙа, компьютерһыҙ ҙа ни хәл итерҙәр икән, тигән һорау килеп тыуа үҙенән-үҙе. Ошо һорау һәм фельдшерҙарҙың ҡасаныраҡ был яңы эшкә тотонорға йыйыныуҙары хаҡында бер нисә кешенән белештек.
Ольга ГАВРИЛОВА, статистика кабинеты фельдшеры:
- Әле уҡыуҙар үткәрҙек. Унда ниндәй дарыуҙарҙы һәм нисек яҙырға икәнлеге тураһында өйрәтелде. Фельдшерҙар дарыуҙарға рецепт яҙырға бөгөндән үк тотона ала. Больничный ҡағыҙы яҙыу хоҡуғы алыу өсөн һәр бер фельдшерға электрон-цифрлы ҡултамғалар әҙерләр кәрәк. Ауыл табиптарына был турала ла мәғлүмәт бирелде. Әлеге көндә ошо электрон-цифрлы ҡултамғалар әҙерләү процесы бара. Шулар әҙер булғас та, фельдшерҙар больничный ҡағыҙы яҙып бирергә хоҡуҡ аласаҡ. Барлыҡ документ эше ҡасаныраҡ әҙер булыры хаҡында әлегә билдәле түгел. Рецептар бланкыла ҡулдан яҙыласаҡ, ә бына больничный яҙыр өсөн компьютер ҙа, интернет та кәрәк булыр, әлбиттә. Әлеге көндә был проблеманы хәл итеү тураһында ла уйлайбыҙ.
Венера САФИУЛЛИНА, Горный Ключ фельдшеры:
- Беҙҙе уҡыуҙа нисек, ниндәй дарыуҙар яҙырға мөмкин булыуы тураһында өйрәттеләр. Больничный ҡағыҙы яҙып биреү — бик ҡатмарлы эш. Унда һәр бер хәрефкә тиклем ҙур иғтибар итергә кәрәк. Әлбиттә, беҙгә компьютер ҙа, интернет та талап ителәсәк. Әлегә ундай нәмә юҡ беҙҙә. Тейешле документтар, приказ әҙер булғас ҡына был эште башларға тейешбеҙ. Кемдер ауырып килә икән, беҙ был кешегә больничный асыу тураһында шылтыратып хәбәр итергә тейешбеҙ һәм сирле кешенең медицина картаһына асылған больничныйҙың номерын теркәп ҡуйырға тейешбеҙ. Һуңынан инде, ауырыу үҙ хәленә ҡарап, барыбер ҙә, район табиптарына күренеп, эшкә яраҡһыҙлығы хаҡындағы ҡағыҙын йә яптыра йә артабан һуҙа ала.