Кисә район хакимиәтендә онкология ауырыуы буйынса кәңәшмә үтте. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотоләхмәтов һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова етәкселегендә үткән сарала Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Галина Селищева, врач-онколог Сергей Климов, район үҙәк дауаханаһы мөдире Анатолий Петрунин һәм ауыл хакимиәте башлыҡтары ҡатнашты.
Ултырышты баш табип урынбаҫары Галина Селищева асты.
- Һуңғы йылдарҙа беренсе урында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары буйынса үлеүселәр һаны беренсе урында булһа, икенсе урында яман шеш ауырыуы сәбәпле, яҡты донъя менән хушлашҡандар күбәйҙе.
Беҙ яман шеш менән ауырымайбыҙ, ә ошо яман шеш барлыҡҡа килгәнгә тиклем йөрөйбөҙ. Шуға күрә, яңы барлыҡҡа килгән шештәрҙе иртә стадияла асыҡлау өсөн даими рәүештә табипҡа күренергә, профилактик тикшереүҙәр үтергә кәрәк. Бигерәк тә флюрографияны үтеү мотлаҡ. Әгәр үҙеңде насар тойһаң, шунда уҡ табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Хәҙер интернет селтәрендәге мәғлүмәттәр, йә булмаһа күршеләре өйрәтеү буйынса үҙ белдектәре менән дауаланырға тырышыусылар ҙа күбәйҙе, был дөрөҫ түгел. Аңлайым, яман шеш ауырыуынан дарыуҙар ныҡ ҡиммәт. Дауаланыу өсөн буш дарыуҙар тейешенсә күләмдә килеп етмәй – был ҙур проблема булып тора. Шуға күрә был ауырыу менән ауырыусылар бер айлыҡ курс үтә лә ярты йыл ял итә. Бындай дауаланыуҙың файҙаһы юҡ.
Һәр кем үҙ һаулығын ваҡытында уйлаһын ине. Район буйынса врачтар десанты йөрөй, улар ҙа халыҡтың һаулыҡтары өсөн борсола. Маммографияны ла ваҡытында үтеү кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онкология сиренең бөтә төрҙәре лә һөҙөмтәле дауалауға бармай. Күпселегендә, ҡатын-ҡыҙҙар аналыҡ муйынтығы яман шеше арҡаһында яҡты донъя менән хушлашһа, ир-аттар араһында трахея, бронх, эсәк һәм үпкә рагы ҡурҡыныс тыуҙыра, - тине Галина Евгеньевна
Артабан һүҙҙе врач-онколог Сергей Климов дауам итте.
- Әлбиттә, һаулыҡты ваҡытында тикшертеү мөһим. Шулай ҙа был яман шеш ауырыуы – ҡурҡыныс. Уны нисек кенә тикшерһәң дә, асыҡлауы ауыр. Хатта 4-се стадияға еткән осраҡта ла уның асыҡланмауы ихтимал. Шуға ауыл советы хакимиәте башлыҡтары менән бергә тығыҙ эшләргә кәрәк. Ауылда берәйһенең хәле насар икән, шунда уҡ беҙгә ебәрергә тырышығыҙ, - тине Сергей Николаевич.
Ауыл советы хакимиәте башлыҡтарына яман шеш менән ауырыусылар исемлеген әйтмәйҙәр икән, улар был осраҡта беҙгә нимә эшләргә, тип үҙ фекерҙәрен әйттеләр.
- Үҙебеҙҙең сәләмәтлеккә илке-һалҡы ғына түгел, ә етди ҡарарға кәрәк. Хатта күптәр тәҡдир тип ҡабул иткән яман шеш тә бит хөкөм түгел, уны ваҡытында асыҡлап, ваҡытында дауалап, табиптарҙың ҡушҡанын теүәл үтәп, ғүмереңде тиҫтәләрсә йылдарға оҙайтырға мөмкин. Бәлки, ауыл ерендәге ҡайһы бер халыҡтың дауаханаға барып анализдар биреү мөмкинлеге юҡтыр. Шуға ауыл биләмәләре башлыҡтары ярҙамы менән уларға был осраҡта ярҙам итергә кәрәктер, - тине Люциә Тәлғәт ҡыҙы.