Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
17 Мая 2019, 15:19

Һаҡланайыҡ

«СПИД/ВИЧ ТУҠТА» тигəн Бөтə Рəсəй акцияһы сиктəрендə Айсыуаҡ мəҙəниəт йортонда Республиканың СПИД-ҡа һəм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрəш һəм иҫкəртеү үҙəге район уҡыусылары өсөн профилак- тик сара үткəрҙе.

«СПИД/ВИЧ ТУҠТА» тигəн Бөтə

Рəсəй акцияһы сиктəрендə Айсыуаҡ

мəҙəниəт йортонда Республиканың

СПИД-ҡа һəм йоғошло ауырыуҙарға

ҡаршы көрəш һəм иҫкəртеү үҙəге

район уҡыусылары өсөн профилак-

тик сара үткəрҙе.

Сараға 100-ҙəн ашыу Зəк-Ишмəт,

Ленин ауыл советы, Ермолаево-

ның 1-се һəм 2-се мəктəбе уҡыусы-

лары килгəйне. Был көндө имтихан

тапшырыу сəбəпле, бик күп уҡыу-

сылар килə алмай ҡалдылар. Бында

килгəндəрҙең барыһы ла үҙ телəк-

тəре менəн СПИД ауырыуына тик-

шерелеү өсөн тест эшлəү мөмкинле-

ге алды. Барлығы 40 уҡыусы тест үтте.

Уҡыусылар һəм ололар өсөн төрлө

төбəктəрҙəн — Өфө, Ҡазан, Украи-

нанан йыйылған артистар замандың

иң яман сире тураһында спектакль

күрһəтте. Улар был театрлашты-

рылған тамаша аша СПИД-тың ни

тиклем ҡурҡыныс икəнен асып һалы-

рға тырышты.

СПИД, ВИЧ хаҡында күп һөйлəй-

беҙ, яҙабыҙ, əммə статистика һанда-

ры бер ҙə генə кəмемəй, киреһенсə,

арта ғына бара. Бына ошондай теа-

трлаштырылған сəхнə əҫəрҙəре аша,

бəлки, күптəрҙең аңдарына барып

етер һəм йəштəребеҙҙе генə түгел, ə

ололарыбыҙҙы ла (һуңғы ваҡыт был

сир оло йəштəгелəрҙə, вахтовиктарҙа

йыш күҙəтелə) афəттəн һаҡлап алып

ҡалыр, тип ышанабыҙ. Хоҙай бабай

ҙа «Һаҡланғанды һаҡлармын», - ти-

гəн бит. Һаҡланайыҡ.
Читайте нас: