Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
18 Октября 2019, 11:29

Һәр саҡ әҙер!

Һәр саҡ әҙер!

Был аҙнала Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Фролов һәм Күмертау үҙәк дауаханһының баш табибы Олег Астахов Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған яҡташ студенттар менән осрашты.

Осрашыуҙа сығыш яһаусыларҙың барыһы ла студенттарҙы БДМУ-ны уҡып бөткәс, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын үтенеп һоранылар, улар ҡайтһын өсөн төрлө дәлилдәр килтерҙеләр. Олег Астахов Күмертау дауаханаһы, ундағы буш вакнсиялар, матди-техник йыһазландырыу һәм һөнәри яҡтан үҫеш тураһында ентекле һөйләне.

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Талха улы үҙенең был осрашыуҙан алып ҡайтҡан тәьҫораттары менән интернет киңлектәрендә бүлеште. «Кадрҙар бар нәмәне хәл итә. Медицина университетында бик күп кенә Көйөргәҙе районынан студенттар уҡыуы менән ғорурланам! Барығыҙға ла тормошта үҙ урындарығыҙҙы табыуығыҙҙы, һөнәрегеҙ буйынса юғары оҫталыҡҡа ирешеүегеҙе теләйем! Реалист булараҡ, бында уҡыусы студенттарҙың күптәре ауылға ҡайтмаҫын үҙем дә аңлап торам. Әммә шуны хәтерҙә тотоғоҙ: тыуған яғығыҙ, ата-әсәгеҙ кеүек, һеҙҙе үҙенә ҡабул итергә һәр саҡ әҙер!» - ти ул.

Р. ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: