Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
25 Октября 2019, 11:41

Аңлағаны аңлағандыр

Көн дә байрам, көн дә туй тигәндәй, беҙҙең тарафтарға көн дә тиерлек берәй шәхес килә. Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда 2018 йылдың иң яҡшы табибы, онколог Гөлнур Ниғмәнова ҙур лекция менән сығыш яһаны.
Яман шеш (рак) сире беҙҙә ныҡ киң таралған, республика илдә лидерҙарҙың береһе булып тора. Ҡытайҙа йәшәмәйбеҙ ҙә баһа, унда ғына, һулар таҙа һауа булмағанлыҡтан, кешеләр биттәренә сепрәк бәйләп йөрөй. Флюорографияны йыл да үтеү мотлаҡ, биттәге, тәндең башҡа өлөштәрендәге таптарға ныҡ иғтибар бирергә кәрәк, тине табип. Иртән торғас та һыу эсәһегеҙме, төрлө-төрлө бутҡа ашайһығыҙмы тип өндәште ул залға. Анджелина Джолиның нәҫелендә рак бар, мәҫәлән, ул быны белгәнлектән, гел тикшеренеп тора. Беҙгә ла саҡ ҡына Джоли булыу ҡамасауламаҫ ине, юҡһа, ағарабыҙ, күгәрәбеҙ, һарғаябыҙ, рактың һуңғы сигенә, үлер ваҡытҡа, килеп еткәс кенә врачҡа барабыҙ.
Айсыуаҡ мәҙәниәт йортона, әллә бөгөн кеше күп булырын белеп, тундар һатырға килгәндәр, килгән халыҡ уныһына ла ҡыҙыҡты, һәр кемдең матур булып йөрөгөһө килә. Һаулыҡ булһа әллә нәмәләр кейеп йөрөрһөң дә ул, һау түгелһең икән, тун да кәрәкмәй, башҡаһы ла. Гөлнур Хәмзә ҡыҙы лекцияны тыңлаусыларға тап ошолар хаҡында еткерергә тырышты — аңлағаны, моғайын, аңлағандыр.
М. ИЛЬЯСОВ
Читайте нас: