Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
25 Октября 2019, 11:43

Тәжрибә артынан - ауылға

Табиптар бөтә ерҙә лә етмәй, тип саң ҡағабыҙ, ә уларҙы күп ерҙәрҙә уҡыталар бит. Медик студенттарыбыҙ күп. Күмертауҙа ла уҡыталар дауалау эше тигән һөнәргә. Был колледж студенттары парта артында ултырып ҡына белем эстәмәй, практикалары ла шәп бара. Бына әле Холодный Ключҡа барып урағандар. Ундағы фельдшер — маҡтаулы фельдшер, Венера Туҡтарова апайҙары йәштәргә эшенең асылын аңлатырға тырышҡан. Буласаҡ доктор ҡыҙҙар ауылдың оло кешеләрен дә ҡараған. Ерҙә эшләү бына шулай була икәнен аңлағандар, ә бына ауылға ҡайтырҙармы инде үҙҙәре, быныһы, Л.Каневский әйтмешләй, бөтөнләй икенсе тарих...
М. ИЛЬЯСОВ
Читайте нас: