Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
8 Ноября 2019, 14:39

Табиптар тырыша

Йома күптәр өсөн изге көн. Врачтар өсөн дә, уның ниндәй диндә тороуына ҡарамаҫтан, был көн изге һанала. Йомала улар район ауылдары буйлап үҙҙәре изгелек таратырға сыға.
Үткән аҙнала улар Яңы Отрада ауылында булдылар. Табиптарға күренергә һәммәһе 19 кеше килгән.
Бер саҡ Ермолаево дауаханаһы мөдире А. Петруниндан: ауылдарҙа ниндәй ауырыҙар киң таралған, тип һораныҡ. Анатолий Анатольевич: ауылда кем йәшәй, күбеһе ҡарттар, бына шул ҡарттар сире иң күп таралғаны инде, тип төплө яуап бирҙе. Ҡартлыҡ сиреме, йәшлек сиреме, быларҙың барыһы ла беҙҙең арала мөмкин тиклем аҙыраҡ булһын ине, врачтар шуның өсөн тырыша.
Гүзәл РӘМИЕВА
Читайте нас: