Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
19 Ноября 2019, 12:44

Кешелекте дейеү йотҡан, әкиәттәрҙә борон Бөгөн халҡыбыҙҙы йота, бер генә йотом золом.

8 июндә Көйөргәҙе районында үткән һабантуйҙа «Айыҡ йәй» тигән проектҡа старт бирелде. Проект сиктәрендә Сәләмәт тормош һәм алкоголизм профилактикаһы темаһына плакаттар конкурсы уҙғарыу, ГТО нормативын тапшырыу, наркологтарҙан консультация алыу, шулай уҡ эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса түңәрәк өҫтәлдәр һәм башҡа бик күп саралар уҙғарыу ҡаралды. Уҙғарылған һәр сараны «Юшатыр» гәзите үҙенең биттәрендә яҡтырта барҙы. Бөгөн уларҙың ҡайһы берҙәренә тағы бер ҡабат туҡталып китмәксебеҙ.

Йәштәр форумға йыйылды

2-3 августа Бахмут ауыл советы биләмәһендә «Мөмкинлектәр территорияһы — 2019» тип аталған төбәк-ара йәштәр форумы уҙҙы. Унда 14 йәштән алып, 30 йәшкә тиклемге 150-нән ашыу йәш кеше ҡатнашты. Өфөнән дә ҙур ҡунаҡтар килгәйне. Йәмәғәт эшмәкәре һәм эшҡыуар Азамат Ғәлин сығышында йәштәрҙе һәр мөмкинлекте ҡулланып ҡалырға саҡырҙы. БР Мәғарифты үҫтереү институтынан килгән педагогия фәндәре кандидаты Лилиә Халиҡова ла йәштәргә дәрт өҫтәрлек матур һүҙҙәрен әйтеп, һәр саҡ шулай әүҙем булыуҙарын теләне. Йәштәр өсөн был көндәрҙә төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар, бәйгеләр, экологик өмә ойошторолдо. Ике көн буйы барған сара район йәштәрен бергә тупланы, берләштерҙе, дуҫлаштырҙы.

Рәсемдәр конкурсына йомғаҡ яһалды

«Айыҡ йәй» проекты сиктәрендә районда темаға ярашлы рәсемдәр конкурсы иғлан ителәгәйне. Йәш рәссамдарҙың эштәрен жюри ағзалары — район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, уның социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Римма Ғөбәйҙуллина һәм Ермолаево балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Наталья Фомичева баһаланы. Шулай итеп, 1-се урынға Роза Имамова менән Ангелина Саломатина, 2-сегә Юлиә Кәримова менән Диана Искәндәрова, ә 3-сө урынға Илиза Фәйзуллина, Миләүшә Гудеева һәм Азалия Тильметова сыҡты. Уларҙың барыһы ла бүләктәр һәм грамота менән бүләкләнде.

Ғаиләләр ярышты

Бахмут ауылының күп функциялы үҙәгендә йыл да үткәрелә килгән «Йәш ғаилә — 2019» традицион конкурсы уҙҙы. Унда районыбыҙҙың иң талантлы, иң дәртле 5 ғаиләһе — Константин һәм Елена Логиновтар, Иван һәм Любовь Эшоновтар, Румил һәм Лиана Ғайсиндар, Лилиә һәм Рөстәм Шәмсетдиновтар, Радик һәм Элина Латыповтар көс һынашты һәм уларҙың һәр береһе үҙҙәренең еңеүгә лайыҡлы булыуын иҫбат итергә тырышты. Ярыш булғас, еңеүсеһе була тигәндәй, был бәйгелә Яҡшымбәт силсәүитенән Ғайсиндар еңеүсе тип табылды. Шулай уҡ Бахмут ауыл советынан Логиновтар «Иң креатив», Шәбағыштан Латыповтар «Иң әүҙем», Свободанан «Эшоновтар «Иң ижади», Мораптал силсәүитенән Шәмсетдиновтар «Шәп артист» номинацияларында билдәләнде.

Йәшәү нормаһы

Сентябрь аҙағында Бахмутта «Айыҡлыҡ — йәшәү нормаһы» темаһы буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Бында райондың проблемалы ғаиләләре саҡырылды. Түңәрәк өҫтәл артында район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, ауыл советы хакимиәте башлыҡтары, психологтар, социаль педагогтар, ЗАГС, полиция, прокуратура, «Ғаилә» үҙәге белгестәре, сиркәү һәм мәсеттән вәкилдәр, әүҙем йәштәр бергә эскелек менән бәйле проблеманың социаль-психологик сәбәптәрен асыҡларға тырышты һәм залдағыларҙың аңына барып етерлек миҫалдар килтерҙе. Шулай уҡ спиртлы эсемлектәрҙең зарары хаҡында фәһемле видеороликтар ҡаранылар һәм сара һуңында барыһы ла, ысынлап та, айыҡлыҡ — йәшәү нормаһы булыуы менән килеште. Юлай Талха улы сараны йомғаҡлап: «Һәр ғаиләнең төп бурысы — балаларҙы хәстәрләү һәм тәрбиәләү. Проблемалы ғаиләләр менән төрлө ойошмалар күмәкләп, бергә эшләһә генә, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеп була. Ошондай түңәрәк өҫтәлдәр һәр ауыл советында уҙғарылырға тейеш», - тине.

Һаулыҡ «йыйҙылар»

Һәр кешенең кеҫәһендә ваҡ аҡсалар була. Әммә ошо аҡсаларҙың кемгәлер файҙа килтереүе хаҡында бер кем уйлап бирмәй. «Ил төкөрһә, күл була» тигәндәй, һәр кем әҙ генә булһа ла аҡса менән ярҙам итһә, бик күп сирле балаларға ярҙам итергә мөмкин булыр ине. Шуны уйлап, райондың Йәш Гвардия ирекмәндәре «Һаулыҡҡа аҡса йыйыу» акцияһы үткәрҙе. Акция барышында йыйылған аҡса мохтаж балаларға йүнәлтелде.


«Айыҡлыҡты һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы формалаштырыу» форумында ҡатнашыусыларҙың һәм шулай уҡ йәмәғәт фекерен белештек.

Айнур Азамат улы БИРҒӘЛИН, Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты рәйесе:

- Республикабыҙҙа 800-гә яҡын мәсет, 1200 имам бар. Бына ошо имамдарҙың барыһының да маҡсаты — халыҡ менән эшләү. Улар халыҡҡа ниндәйҙер хеҙмәт күрһәтеү менән генә сикләнмәҫкә, ә халыҡтың уҡытыусылары булырға тейештәр. Имамдарыбыҙ бар яҡтан да тәрбиә эшен алып барырға бурыслылар. Төрлө дини байрамдарҙа мәсеттәрҙә балаларға уйын формаһында, бүләктәр менән ҡыҙыҡһындырып, төрлө саралар үткәрелһен ине. Ҡөрьән уҡырға өйрәтеү ҙә ҡыҙыҡлы формала алып барылһа, балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы күпкә артасаҡ. Йәштәрҙе эскелек кеүек яман ғәҙәттәрҙән йыраҡ булырға өйрәтергә, шулай уҡ никах тураһында белем биреү ҙә зарур. Һуңғы йылдарҙа, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, никахтар күп тарҡала. Быларҙың барыһы ла никах закондарын белмәүҙә, ғаилә мөнәсәббәтәрен дөрөҫ төҙөмәүҙән. Шулай уҡ ата-әсәне хөрмәт итергә лә өйрәтергә кәрәк. Наркотиктарҙың, спирт эсемлектәренең тәнгә зыяны хаҡында ла мәғлүмәт биреп тороу мотлаҡ. Эскелек булмаһын өсөн имамдар бар яҡлап тырышһындар ине. Улар был өлкәлә һәр саҡ Ҡөрьәнгә таянып эшләргә тейеш. Халыҡҡа тәртип ҡайтарыу, Ҡөрьәндә яҙылған төп ҡағиҙәләрҙе халыҡҡа еткереү, шулай уҡ хәләл ризыҡ менән генә туҡланыу — бына ошоларҙың барыһын да халыҡ аңына еткереү бөгөнгө имамдарҙың иңенә төшә. Башҡортостан Диниә Назараты бөгөнгө көндә халыҡ менән эшләү, халыҡҡа тәртип ҡайтарыу өлкәһендә эш алып бара. Беҙҙең маҡсат — Ҡөрьәнгә таянып, төп ҡағиҙәләрҙе халыҡҡа аңлатыу. Хәләл һәм харам ризыҡты айыра белергә өйрәтеүҙә лә имамдарыбыҙ әүҙем ҡатнашырға тейешле. Беҙ Республика етәкселеге менән бергә ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә һәм халҡыбыҙ менән әүҙем ошондай тәртип эштәре алып барырға бурыслыбыҙ, иншалла.

Ғәлинур ҡыҙы ҠОЛҺАРИНА, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе:

- Көйөргәҙе районы менән бик тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Ваҡытында, Бөтә Рәсәй билбау көрәше буйынса федерацияны етәкләгәндә, Көйөргәҙе районы көрәшселәре менән дә әүҙем эшләргә тура килде. Әйткәндәй, ул саҡта беҙ көйөргәҙеләргә көрәш өсөн келәмдәр ҙә бүләк иттек, төрлө ярыштар ойошторҙоҡ. Бөгөнгө көндә, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе булараҡ, күбеһенсә райондың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары менән эш алып барабыҙ. Көйөргәҙе һылыуҙары беҙҙең «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» проектында ла бик әүҙем ҡатнаштылар. Ғөмүмән алғанда, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йөрөүсе беҙҙең Ил инәләре, Ил ағалары йәштәребеҙҙе һау-сәләмәт тормошҡа әйҙәп, уларҙы рухи яҡтан да, ғилми яҡтан да, һәм шулай уҡ әхлаҡ яғынан да тәрбиә бирергә ярҙам итеп, оло терәк булып, ҙур эш башҡаралар. Нисек кенә булмаһын, ошо тәжрибә туплаған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып йөрөүселәрҙән беҙҙең киләсәктә йәштәребеҙҙең илһөйәр һәм телһөйәр булып үҫеүе лә тора. Шуға күрә, ваҡытында бирелгән кәңәш һәр ваҡыт кешеләрҙең яҙмышын төрлө афәттәрҙән ҡурсалай, артбан да бергә-бергә йәштәребеҙҙе тәрбиәлүҙә эшләрбеҙ, тигән фекерҙәмен һәм киләсәктә беҙҙең Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте проекттарында ҡатнашырға саҡырам. Әйткәндәй, «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» тигән IV Республика конкурсыбыҙ бөгөнгө көндә старт алды һәм бөгөнгө көндә райондарҙа һәм ҡалаларҙа һайлап алыу турҙары бара. Икенсе йылдың март башында, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан беҙ инде һөҙөмтәләрен халыҡҡа, йәмғиәткә сығарасаҡбыҙ. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙарҙы әүҙемерәк булырға саҡырам. Һәр саҡ шулай тыуған еребеҙҙең, туған халҡыбыҙҙың, телебеҙҙең һәм мәҙәниәтебеҙҙең терәге булып ҡалайыҡ. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, тик матур эштәр генә башҡарырға яҙһын.

Юлай Юныс улы ИШМӨХӘМӘТОВ, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:

- Районда эскелеккә ҡаршы саралар даими рәүештә уҙғарылып килә. Бындай сараларҙың халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү өсөн файҙаһы бик ҙур, тип уйлайым. Белеүегеҙсә, күптән түгел районда «Айыҡ ауыл» конкурсы гөрләп үтте. Бында райондың 12 ауыл советынан 12 ауыл — Яманһары, Ямаш, Яманғол, Абдул, Кинйәабыҙ, Яңы Таймаҫ, Зәк-Ишмәт, Йомағужа, Мәмбәтҡол, Ҡунаҡбай, Ҡыҙыл Маяҡ, Шәбағыш ауылдары ҡатнашты. Тәүҙә был ауылдарҙың һәр береһенең әҙерлеген жюри ағзалары йөрөп тикшереп сыҡты. Хәҙер конкурсанттар икенсе турға үҙҙәренең ауылдарын сағылдырған видеороликтар әҙерләй. Ике турҙы ла уңышлы үтеп, иң күп мәрәй йыйған ауыл республика кимәлендә уҙғарылған «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашасаҡ. Уларҙың республикала ла лайыҡлы урын яуларҙарына ышанабыҙ.

Лена Мирхәким ҡыҙы МЫРҘАҒОЛОВА, Түкән ауылы старостаһы:

- Беҙҙең ауыл бәләкәй генә. Ауылыбыҙҙа, шөкөр, эсеп йөрөгән кеше күренмәй ҙә хәҙер. Элекке эскеселәрҙең барыһы ла мәрхүм булып бөттөләр инде. Ауылда йәштәр юҡ, оло йәштәгеләр аҡыллы, «йәшел йылан» менән мауыҡмайҙар. Әле бына телевизорҙан да Рәсәйҙә спиртлы эсемлектәр ҡулланыусыларҙың һаны кәмене, тиҙәр. Шуға ҡыуанып ултырам әле. Беҙ үҙебеҙ ҙә ғаилә байрамдарын спиртлы эсемлектәрһеҙ генә үткәрәбеҙ. Оялмайынса, ҡарт башыбыҙ менән бала-саға, ейән-ейәнсәрҙәр алдында эсеп ултырмаҫбыҙ бит инде. Элек ҡунаҡ булһа, балалар урамда, йә икенсе бүлмәлә ултырырҙар ине. Ә хәҙерге балалар улай түгел, барыһын да өйрәнеп, күҙәтеп кенә ултыра. Ауылда бөтөнләй йәштәр ҡалманы. Йоҡларға ятҡас, гел генә шул турала уйланып, һанап ятам. Ауылда эш булып, һәр беребеҙҙең балалары ауылда ҡалһа, әлеге көндә 50-ләп йәш ғаилә донъя көтөп ятҡан булыр ине. Беҙҙең генә 5 бала. Уларҙың барыһының әллә күпме балалары ауылда гөрләшер ине. Олоғайған һайын балаларҙың эргәбеҙҙә булмауының ҡыйынлығы һиҙелә. Ялға ҡайтып йөрөйҙәр ҙә ул, әммә ошонда бер ауылда йәшәһәләр, ҡайһылай һәйбәт булыр ине. Хәҙер күптәрҙең балалары ипотека түләйбеҙ тип, ял көндәрендә лә эшләргә мәжбүр була. Уларҙың ауылға ата-әсәһенә ҡайтып әйләнергә лә ваҡыты ҡалмай.
Читайте нас: