Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
3 Января 2020, 12:50

Поликлиника үҙгәрҙе

Күмертау ҡалаһындағы балалар поликлиникаһында ла ошо көндәрҙә капиталь ремонт эштәре тамамланды.

Күмертау ҡалаһындағы балалар поликлиникаһында ла ошо көндәрҙә капиталь ремонт эштәре тамамланды. Дауалау учреждениеһының яңы ҡиәфәтен ҡарарға ҡала хакимиәте башлығы Олег Фролов килде.
- Ремонт сифатлы эшләнгән, барлыҡ кабинеттар ҙа йәмле. Шулай ҙа хәл итергә кәрәкле мәсьәләләр һаман бар әле. Улары ла яҡын киләсәктә хәл ителер, тип ышанам. Иң мөһиме — сәләмәт һәм ауырыған балалар өсөн поликлиника буйынса маршрут проблемаһы хәл ителде. Уларҙың һәр береһенә айырым инеү урыны бар хәҙер. Элекке кеүек һау балаларға шишәмбе һәм кесаҙна көндәре генә килергә ярай, тигән әйбер бөттө. Хәҙер һауы ла, сирлеһе лә теләгән көндө үҙ һорауҙары менән поликлиникаға килергә хоҡуҡлы, - тип белдерә был турала Олег Юрьевич интернет селтәрендә.
Читайте нас: