Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
14 Января 2020, 11:40

Тешеңде йәштән һаҡла

Намыҫыңды йәштән һаҡла тигән кеүек, тешеңде лә йәштән һаҡла тиҙәр.

Намыҫыңды йәштән һаҡла тигән кеүек, тешеңде лә йәштән һаҡла тиҙәр. Тештәрҙең ҡәҙерен олоғайған һайын нығыраҡ аңлайһың. Был йәһәттән Ермолаевоның 1-се мәктәбе уҡыусыларының бәхете бар. Уларҙың теше хәҙер ныҡлап тикшерелеп, дауаланып торасаҡ. Ошо көндәрҙә был мәктәпкә «Взлетай» тип аталған белем биреү республика проекты сиктәрендә балалар өсөн барлыҡ уңайлыҡтары булған заманса стоматологик кабинет ҡуйылды.
Ошо мәғлүмәтте «Бәйләнештә»ге «Юшатыр гәзите» төркөмөнә ҡуйыу менән, район халҡы үҙҙәрен борсоған һорауҙарын яуҙырҙы. Уларға район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимова яуап бирҙе.
Рәсимә Сәфиулина:
- Ермолаевоның 2-се мәктәбендә 3 йыл инде, хатта, медицина хеҙмәткәре лә юҡ. 1-се мәктәп өсөн, ысынлап та, шәп яңылыҡ.
Ирина Ибраһимова:
- Ермолаевоның 2-се мәктәбендә медицина кабинеты бар. Медицина эшмәкәрлеге алып барыу өсөн Күмертау ҡалаһы дауаханаһынан лицензия алынған, уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн килешеү төҙөлгән. Тик мәктәп штатында шәфҡәт туташы өсөн вакансия юҡ. Шуның өсөн кәрәк саҡта ғына мәктәпкә шәфҡәт туташы килә һәм уҡыусыларға профилактик тикшереү үткәрә. Шуны ла билдәләргә кәрәк, поликлиника мәктәпкә юл аша ғына урынлашҡан.
Рәсимә Сәфиулина:
- Тулы яуабығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Әммә был яуап ҡына ҡәнәғәтләндермәй мине. Унда бит федераль трасса. Ул юл буйлап, хатта, тиҙ ярҙам машинаһы 3 сәғәт килә!
Ирина Ибраһимова:
- Һеҙҙең борсолоуҙы аңлайым. Мәктәп хакимиәте даими рәүештә Күмертау ҡалаһы дауаханаһына хат менән мөрәжәғәт итеп тора, әммә, кадрҙар етешмәү сәбәпле, дауахана мәктәпкә медицина хеҙмәткәре бүлә алмай. Шулай ҙа был һорау контролдә тотола.
Рәсимә Сәфиулина:
- Аңлағанығыҙ өсөн Һеҙгә ҙур рәхмәт! Был мәсьәләне ыңғай хәл итерегеҙгә ышанам.
Лена Хөсәйенова:
- 1-се мәктәп өсөн шатмын. Башҡа ауыл мәктәптәре уҡыусылары ла унда мөрәжәғәт итә алырмы?
Ирина Ибраһимова:
- «Взлетай» тип аталған белем биреү республика проекты сиктәрендә уҡыусылар һаны 700-ҙән ашҡан Башҡортостандың 61 мәктәбендә стоматологик кабинеттар ремонтланды һәм йыһазландырылды, шул иҫәптән Ермолаевоның 1-се мәктәбе лә. Аҙ һанлы уҡыусылары булған башҡа ауыл мәктәптәре уҡыусыларын да график буйынса стоматологтың ҡабул итеүе планлаштырыла.
Читайте нас: