Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
18 Февраля 2020, 11:58

Тәнгә лә, йәнгә лә дауа

Абдул ауылы ҡатын-ҡыҙҙары сәләмәт тормош яҡлы.

Абдул ауылы ҡатын-ҡыҙҙары сәләмәт тормош яҡлы. Улар кистәрен телевизор ҡарап ултырмаҫтан, бер төркөм йыйылышып, скандинав йөрөү менән шөғөлләнә. Әнисә Яҡупова, Мәүлиҙә Хисамова, Миләүшә Ғайсина, Рита Байғужина, Рәйфә Яҡупова, Гөлсирә Моратова, Ғәшүрә Ниғмәтуллина, Миңзиә Әҙеһәмовалар таяҡсаларға тотоноп, дөрөҫ техникаға нигеҙләнеп 1,5-2 сәғәт тирәһе ауыл урамдарында йөрөйҙәр. Һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында, абдулдар быны яҡшы белә.”Ҡышҡы саф һауа, хәрәкәт итеү – тәнгә-йәнгә дауа, ә күмәкләшеп шөғөлләнеү күңелле лә”, - ти улар.
Фотола (һулдан уңға): Әнисә Яҡупова, Мәүлиҙә Хисамова, Миләүшә Ғайсина, Рита Байғужина.


Читайте нас: