Юшатыр
-24 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
16 Марта 2020, 14:52

Республикала коронавирус арҡаһында мәктәп каникулдарының оҙайтылыуы ихтимал

Башҡортостанда яҙғы мәктәп каникулдарының оҙайтылыуы ихтимал, тип хәбәр итте республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Башҡортостанда яҙғы мәктәп каникулдарының оҙайтылыуы ихтимал, тип хәбәр итте республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Бынан алда Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы ил төбәктәренә коронавирус инфекцияһының (2019-nCoV) таралыуына юл ҡуймау һәм балаларҙың һаулығын һаҡлау маҡсатында Роспотребнадзорҙың белем биреү процесын ваҡытлыса дистанцион уҡыу формаһына күсереү тураһында тәҡдимдәрен ебәргәйне.

«Әлеге ваҡытта белем биреү учреждениеларын дистанцион уҡыуға күсереү хаҡында ҡарар ҡабул итмәйем. Мәғариф министрлығына Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә ошо хәлдә файҙалы булырҙай тәҡдимдәр индереү бурысын йөкмәтәм. Кәрәк булһа, мәктәп каникулдарын бер аҙнаға оҙайта алабыҙ», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Читайте нас в