Һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында, ябай иҫкәртмәләр ҙә зыян булмаҫ:
1. Ҡулды һабынлап йыуып торорға, антисептик салфеткалар, ҡул таҙартыусы шыйыҡса, спрейҙар менән йышыраҡ ҡулланырға; бит, ауыҙ-танауға бысраҡ ҡул менән ҡағылмаҫҡа;
2. Республикала йәшәүселәргә вирус теркәлгән төбәктәргә һәм сит илдәргә бармаҫҡа һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙы сикләргә;
3. Кеҫә телефонын күп ваҡыт ҡулда йөрөткәндәргә, телефон һәм тышлығын йыш таҙартып (корпусы биткә тейгән урындарын айырыуса), дезинфекциялап торорға, көн буйына йыйылған бысраҡтан һәр кис мотлаҡ рәүештә таҙартырға кәрәк.