Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов үҙ сығышында былай тине:
- Ҡәҙерле көйөргәҙеләр! Аллаға шөкөр, коронавирус Башҡортостанға килеп етмәгән, әммә халыҡ араһында шик-шөбһә таралған. Имеш-мимештәрҙе таратыусылар ҙа бар. Ошоға бәйле барыһына ла шуны еткерге килә: тикшерелмәгән мәғлүмәттәргә ышанмағыҙ, магазиндарға аҙыҡ-түлек алырға йүгермәгеҙ. Республикабыҙҙа ла, район сауҙа нөктәләрендә лә, аҙыҡ-түлек келәттәрендә лә ризыҡ запасы етерлек кимәлдә. Беҙҙең яуаплы белгестәр хәл-ваҡиғаларҙың торошон даими тикшереп, күҙәтеп бара. Магазин етәкселәре менән дә һәр ваҡыт хәбәрләшеп торабыҙ.