Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
25 Марта 2020, 12:09

Авось

Был сир менән ата улды, инә ҡыҙҙы белмәй башланы ахры. Һәр бүрәнә бүре булып күренә.

Был сир менән ата улды, инә ҡыҙҙы белмәй башланы ахры. Һәр бүрәнә бүре булып күренә. Быныһы аңлашыла, һүҙ кеше һаулығы, ғүмере тураһында бара бит. Бигерәк тә сит илдән ҡайтҡандарға дүрт күҙ менән ҡарайбыҙ - ауырыу алып ҡайтманымы икән? Сосҡа әйләндек, һиҙгерлек көсәйҙе.
Беҙҙең райондан бер түрә сит илдә булып ҡайтҡан. Ҡатыны менән. Матур итеп ял итеп ҡайтҡан да ул, аҙаҡ ике аҙна буйы өйҙә генә ятырға икәнен онотҡан. Үҙе йөҙәрләгән кеше менән күрешкән (власть кешеһе халыҡ менән эшләй ҙә), ҡатыны ла кешеләр менән күп осрашҡан, ул - табип. Бер аҙна шулай ҡәҙимге тормош менән, күрешеп-аралашып йөрөгәс кенә, карантинға туҡтағандар. Сос кешеләр, һаулыҡтары өсөн борсолоғандар күп - республика башлығына һорау яҙып та һалғандар - был ни ғәләмәт, власть кешеһе, ә үҙе ниндәй бошмаҫ, фәлән дә төгән.
Беҙ хакимиәткә һорау бирҙек: хәҙер нимә була үҙ баштарына сит илдә ял итергә барған кешеләр менән? Был һорау хакимиәт ҡарамағында түгел тинеләр, власть кешеһенә язаны депутаттар ҡарай, ә врач Минздрав ҡулында. Ир ҙә ҡатын да һау, аҙна буйы карантинға ятмай эшләгән дәүерҙәрендә бер кемгә лә зарар килмәгәндер. Шуға бында ҙур енәйәт эҙләргә кәрәкмәй, бошмаҫлыҡ өсөн генә язаға тарттырмаһалар. Хәйер, рустарҙың авось тигәнненә ниндәй яза биреп була икән?
Читайте нас: