Юшатыр
-24 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
2 Апреля 2020, 17:32

Башҡортостанда тағы ла бер пациент һауыҡҡан

Бөгөн республикала коронавирустан һауыҡҡан бер пациентты дауахананан сығарғандар.

Бөгөн республикала коронавирустан һауыҡҡан бер пациентты дауахананан сығарғандар. Был турала Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин брифинг барышында хәбәр итте.

Бөгөнгө көндә Covid-19 диагнозы менән һигеҙ кеше стационарҙа дауалана, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры.

Быға тиклем UfacityNews.ru коронавирустан дауаланған тәүге ҡатын тураһында хәбәр иткәйне. Ул коронавирус диагнозы менән 21 мартта дауаханаға эләгә һәм 31 мартта уны дауахананан сығаралар.
Читайте нас в