Бөтә донъя коронавирустың нисек таралыуын хәүеф менән күҙәтә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса әлегә Башҡортостанда дүрт иҫбатланған осраҡ теркәлде. Беҙ килеп тыуған хәлгә бәйле барлыҡ мөһим һәм көнүҙәк һорауҙарға яуап әҙерләнек.
Карантинды боҙоусылар тураһында ҡайҙа хәбәр итергә?
Әгәр һеҙ сит илдә, вирус ныҡ таралған төбәктәрҙә булып ҡайтһағыҙ, ике аҙнаға үҙаллы карантинға китергә тейешһегеҙ, сөнки сирҙең инкубация осоро шуныңса көн дауам итә. Был эшкә етди ҡарарға кәрәк, бары тик шул саҡта ғына башҡаларҙы зарарламауығыҙға ышаныс тыуа.
Карантинды һаҡлауҙан баш тартҡан өсөн ғәмәлдәге закондар тарафынан ярайһы уҡ ҡаты яза – 80 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ошо юҫыҡта бер нисә күңелһеҙ хәл теркәлде лә инде: бәғзе бер блогерҙар үҙҙәренең сәхифәһендә бер ниндәй ҡағиҙәләргә буйһонмаясағы хаҡында асыҡтан-асыҡ яҙып сыҡты. Был ябай халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Ҡыҙҙар һуңынан ғәфү үтенде, уларға ҙур булмаған штрафтар һалынды.
Яҡын көндәрҙә Дәүләт Думаһы карантинды боҙған өсөн санкцияларҙы ҡәтғиләштереүсе закон ҡабул итәсәк, уға ярашлы ете йылға тиклем иректән мәхрүм итеү кеүек яза төрө лә ҡарала.
Башҡортостан халҡы карантин режимын боҙоусылар хаҡында «ҡыҙыу бәйләнеш» телефондары аша хәбәр итә ала: 8-800-775-00-14 йәки 8-800-201-89-03. Барлыҡ мәғлүмәт төбәк идаралығында, Эске эштәр министрлығында, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында тупланасаҡ.
Үҙаллы изоляцияла булыусыларҙы (әлеге көндә улар биш мең кешенән ашыу) тикшереү менән бер нисә йөҙ мобиль төркөм шөғөлләнә. Тәүге тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, 129 кеше режимды боҙа, йәғни фатирынан сығып йөрөй, 1173 кеше бөтөнләй өйҙә булмаған. Барлыҡ тәртип боҙоу осраҡтары буйынса протокол төҙөлөп, Роспотребнадзор идаралығына һәм Эске эштәр министрлығына ебәрелгән. Ике аҙна ваҡыт үткәндән һуң уларҙы административ комиссиялар ултырышына саҡыртып, штраф һаласаҡтар.
Кемдәр эшмәкәрлеген дауам итәсәк?
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы вәкиле Олег Мәүлитов белдереүенсә, Владимир Путиндың коронавирус инфекцияһының таралыу хәүефенә бәйле өҫтәмә ял көндәре тураһындағы указы йәшәйеш өсөн мөһим учреждениеларҙан тыш барыһына ла ҡағыла. Медицина, фармацевтика, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе сауҙа предприятиелары мотлаҡ рәүештә эшләйәсәк. Шулай уҡ тәртип һаҡлау, дәүләт власы органдары, йәмәғәт транспорты, банктар ҙа эшмәкәрлеген дауам итәсәк.
Балалар баҡсалары 28 марттан 5 апрелгә тиклем ябыҡ буласаҡ. Ата-әсәһе эшләгән балалар өсөн дежур төркөмдәр ойоштороласаҡ. Мәғариф министры Айбулат Хажин аңлатыуынса, улар төрлө йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнәсәк. Санэпидрежим элеккесә һаҡланасаҡ.
Рәсәйҙең Премьер-министры Михаил Мишустин 5 апрелгә тиклем барлыҡ ашханаларҙы, кафе һәм ресторандарҙы ябырға, ә 1 июнгә тиклем шифаханаларға, пансионаттарға, ял базаларына һәм ял итеү урындарына халыҡ ҡабул итеүҙе туҡтатып торорға ҡушты. Бынан тыш, Рәсәй халҡына «туризм һәм сәйәхәт маҡсатында йөрөүҙәрҙе» сикләргә ҡушылды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бынан алда тотош илдә мәктәп каникулы 6 апрелгә тиклем оҙайтылғайны. Артабан уҡытыу дистанциялы режимда дауам итәсәк.
Ҡәтғи экономия
Радий Хәбиров барлыҡ хакимиәт башлыҡтарын билде нығыраҡ быуып, ҡәтғи экономия шарттарына әҙер булырға саҡырҙы.
«Мәҫәлән, бығаса ансамбль өсөн костюмдар һатып алыу йәки урындағы ЗАГС-тың фасадын ремонтлау тураһында пландарығыҙ булған икән, был хаҡта онотоп тороғоҙ. Әлеге осорҙа кәрәкле һаналған иң минималь сығымдар ғына ҡалһын», – тине ул.
Республика ла һәр нәмәлә һаҡсыллыҡ күрһәтә. Башлыҡ әйтеүенсә, яңы ҙур төҙөлөштәр, шул иҫәптән социаль проекттар башланмаясаҡ. Мәҙәниәт һарайҙары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар төҙөүҙе күпмелер ваҡытҡа кисектереп торорға тура килә. Власть ҡатмарлы мәлгә резерв туплау менән мәшғүл.
Һаҡ булығыҙ – мутлашыусылар!
Үкенескә ҡаршы, дөйөм бәләне ҡулланып, байырға теләүсе намыҫһыҙ әҙәмдәр ҙә табыла. Республика гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак һөйләүенсә, бәғзе бер мутлашыусылар үҙҙәрен санэпидемстанция хеҙмәткәре булараҡ танытып, фатирҙар буйлап йөрөп санитар эшкәртеү, икенселәре экспресс-тест тәҡдим итә. Әлбиттә, быларҙың барыһы өсөн дә ҙур ғына сумма аҡса һорайҙар.
– Беҙ ундай эшкәртеүҙәрҙе дөйөм ҡулланылыштағы урындарҙа ғына ойошторабыҙ. Ә тестар махсус медицина учреждениеларында ғына үткәрелә, – ти Анна Казак.
Апрелдән – ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса юғары түләүҙәр
Владимир Путин әйтеп үткән эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса юғары күләмдәге түләүҙәр 2020 йылдың апреленән ғәмәлгә инә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: дәүләт башлығы Рәсәй халҡына мөрәжәғәт иткәндә «ауырығанлыҡ ҡағыҙы» буйынса түләүҙәрҙе айына минималь хеҙмәт хаҡы күләменән – яҡынса 12 мең һумдан кәметмәҫкә тәҡдим итте. Был тәртип йыл аҙағынаса һаҡланасаҡ.
Эш шунда: әлеге ваҡытта «ауырығанлыҡ ҡағыҙы» хеҙмәткәрҙең уртаса эш хаҡынан һәм стажынан сығып билдәләнә. Биш йылдан аҙыраҡ стажға эйә булыусылар уртаса эш хаҡынан 60 процент ҡына алыуға хоҡуҡлы, ә был минималь эш хаҡынан кәмерәк тә булыуы ихтимал.
Ололар өсөн карантин
Инфекциянан иң ҙур зыян күреү ихтималлығына эйә кешеләрҙе – оло быуын вәкилдәрен ҡурсалау маҡсатында Өфөлә 65 йәште үткән өлкәндәр өсөн карантин иғлан ителде. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр иттеләр. Радий Хәбиров белдереүенсә, был карантинды барлыҡ республика биләмәһендә иғлан итеү ихтималлығы бар. Беҙҙә 65 йәште үткән 545 мең кеше иҫәпләнә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров пандемия осоронда республика иҡтисадын яҡлау планын тәҡдим итте. Алдан күҙаллауҙар буйынса дәүләт ярҙамы күләме 15 миллиард һум тирәһе тәшкил итәсәк. Был сумманы Республика адреслы инвестиция программаһын һиҙелерлек ҡыҫҡартыу иҫәбенә бүләсәктәр. Радий Хәбиров ярҙамдың адреслы буласағын һәм иҡтисад тармаҡтарын максималь рәүештә һаҡлауға, эшһеҙлек үҫешенә юл ҡуймауға йүнәлтеләсәген айырып билдәләне.