Ильяс Юлдыбаев, Таймаҫ ауыл советы башлығы:
- Иҫкәртмәләрҙе тыңлап, һаулыҡтарын уйлап, ауылдар халҡы үҙ-үҙен изоляция режимын ныҡлы тота. Волонтерҙар 6 кеше иҫәпләнә. Ярҙам һораусыларҙан шылтыратыуҙар ҡабул итәбеҙ. Ауылыбыҙҙа өлкәндәр йорто бар, уларҙың һәр береһенең тәғәйенләнгән социаль ҡараусыһы бар, улар ғәҙәттәгесә инәй-бабайҙарҙы ҡарап, ярҙам итә. Етмәү сәбәпле, әлегә волонтерҙар араһында маска һәм бирсәткәләр таратыуҙа ҡатмарлыҡтар кисерәбеҙ. Тәү мәсьәлә, тегеү ательеһынан заказдарҙы барып алыу тора.