Бына мин дә битлек тегергә ултырҙым. Тегенсе һөнәрем дә, машинкам да бар. Ауылда һөт, май, йомортҡа үҙебеҙҙеке, шулай булғас бер ҡайҙа ла йөрөргә түгел, өйҙә ултырғас битлек тә кәрәкмәйҙер, тип уйлағайным. Ауыл урамдарында рейд менән йөрөгәндәр һәм битлек кеймәгәндәргә штраф һалғандар тип ишеткәс, тегергә булдым. Ирем ферма мөдире, уның һауынсыларына таратып бирәсәкмен. Уларға карантин да юҡ. Берһенән-береһе егәрле, тырышып эшләп йөрөйҙәр. Малда эшләгән эшселәргә буран булһа ла, боҙ яуһала ял юҡ. Иң мөһиме һау-сәләмәт булһындар.