Юшатыр
-10 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
9 Апреля 2020, 16:41

КОМЕНДАНТ СӘҒӘТЕ ИНДЕРЕЛӘ

65 ЙӘШТӘН ӨЛКӘНДӘРГӘ ҺӘМ БАЛАЛАРҒА "КОМЕНДАНТ СӘҒӘТЕ" ИНДЕРЕЛӘ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса видеоконференция рәүешендә үткәргән бөгөнгө кәңәшмәһе төп ике темаға – әлеге шарттарҙа иҡтисади көрсөккә мөмкин тиклем юл ҡуймау һәм шундай шарттарҙа санитар-эпидемиологик хәл-торошто ҡырҡыуландырмау мәсьәләләренә арналды.
Тәүгеһен хәл итеү, йәғни иҡтисадты етди көрсөккә килтермәү өсөн республиканың байтаҡ предприятиеларына эш башларға рөхсәт ителде. Бында эш биреүселәрҙең дә, муниципаль власть органдарының да теләге иҫәпкә алынды, тип билдәләне Радий Фәрит улы. Әммә ҡайһы бер предприятиелар етәкселәре санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе күҙәтеү эшен тейешле кимәлдә ойоштора алмаған, һөҙөмтәлә иртәнге сәғәттәрҙә эшкә килгән халыҡтың бергә йыйылыуына юл ҡуйылған.
Радий Хәбиров бындай күренештәргә ҡарата етди саралар күреләсәге хаҡында белдерҙе, “кәрәк тип тапһаҡ, беҙ уларҙы кире ябыу хоҡуғына ла эйәбеҙ” тине. Был йәһәттән предприятие-ойошма етәкселәренә аныҡ талаптар ҡуйылды.
Кәңәшмәлә үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын мотлаҡ һаҡларға тейешле ҡатламдар, уларға ҡарата сикләү сараларының көсәйтелеүе тураһында айырып әйтелде. Был тәү сиратта 65 йәштән өлкәнерәктәргә ҡағыла, сөнки яңы вирус, тәү сиратта, тап улар өсөн үтә хәүефле һанала. Хәҙер оло йәштәгеләр киске сәғәт 6-нан иртәнге 10-ға тиклем өйҙәрендә ҡалырға тейеш. Магазинға, дарыуханаға йәки башҡа йомоштар менән йөрөү киске 6-ға тиклем генә рөхсәт ителә.
Сикләү балаларға ла ҡағыла. “Балалар өйҙә ултырырға, уҡырға тейеш”, - тине республика Башлығы. Хәҙер уларға киске сәғәт 6-нан төшкө 1-гә тиклем өйҙә ҡалыу мотлаҡ.
“Был сараларҙың барыһы ла кешеләрҙең, тәү сиратта, ололарҙың һәм балаларҙың хәүефһеҙлеге маҡсатында эшләнә. Шуға күрә аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайым”, - тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров.
Читайте нас в