Беҙҙең барыбыҙҙы ла һуғыш яралары ғүмер буйы оҙата бара. Һәр бер эшебеҙҙә, уйыбыҙҙа ниндәйҙер кимәлдә һуғыш темаһы сағыла. Ниңә ярлыбыҙ - түҙ, һуғыш ваҡытында әллә күпмегә ҡыйыныраҡ булған, ниңә демография насар - һуғыш булды бит, ул ғәйепле, ҡәһәр һуҡҡан нәмә.
Һәр күренеште лә һуғыш темаһына ҡайырабыҙ: кемдер ҡыланыштары менән ныҡ үҙәккә үтһә, нимә фашист һымаҡ ҡанһыҙһың ул тип сағыштыра алабыҙ, мәҫәлән.
Әлеге изоляция менән дә шулай: урам буйлап ауылда режим боҙолмайымы тип, беләктәренә ҡыҙыл таҫма бәйләп, дружинниктар йөрөй, уларҙы полицай тип битәрләй башланылар. Әйтерһең, был дружина кемделер тотһа, һарайға бикләй ҙә яндыра башлай. Үҙ белдеге менән сыҡмаған да улар, закон шулай талап итә, бер Яҡшымбәттә генә түгел, әҙәм йәшәгән һәр ауылда шулайтып йөрөйҙәр.
Илкәнәйҙә лә патруль эше ныҡ ҡуйылған. Бынау матур ҡыҙҙарҙы полицай тип әйтергә нисек тел әйләнһен? Матур итеп баҫып урам буйлап китеп баралар, кеше ҡараулап йөрөмәй, әйтерһең, былай ғына, яҙ һауаһын һуларға сыҡҡандар. Бындай патрулде урамда осратҡас, уларҙан ҡасаһы түгел, үҙҙәренә бәйләнге килә: Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар, ник шаяртасыз, йөрәгемдең яныуҙарын аңламайсыз.