Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
29 Мая 2020, 11:09

Ҡасандыр бындай ҡорамалдар хыялда ғына ине

Ошо көндәрҙә Учалы район дауаханаһына сираттағы УЗИ аппараты ҡайтарылды. Был быйыл төбәктә алынған дүртенсе ошондай ҡорамал булып тора. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә Учалы район дауаханаһына сираттағы УЗИ аппараты ҡайтарылды. Был быйыл төбәктә алынған дүртенсе ошондай ҡорамал булып тора.
Унан тыш үпкәне яһалма елләтеү аппараты өсөн тупланма, эндоскопия аппаратын плазма ярҙамында эшкәртеү өсөн ҡорамал да һатып алынған. Һуңғыһы өсөн айырым кабинет билдәләнгән.
Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн үтә әһәмиәтле булған маммограф та бар хәҙер Учалыла. Заманса ҡорамал дауаханала ҡуйылған да инде. Тиҙҙән бында яңы компьютер томографын һәм һанлы рентген аппаратын көтәләр. Ҡорамалдарҙың бер өлөшө республика Башлығы Радий Хәбировтың былтырғы күрһәтмәләренә ярашлы килтерелә. Әлегә кабинеттарҙа уларҙы ҡуйыу өсөн капиталь ремонт бара.
Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов әйтеүенсә, төбәктә һаулыҡ һаҡлау тармағының киләсәге хеҙмәттәрҙе һанлаштырыуҙа икәнлеген яҡшы аңлайҙар. Был йәһәттән Учалы лабораторияһы – Урал аръяғы төбәгендә иң яҡшыларҙың береһе.
Ҡан анализдарын эшкәртеү автоматик рәүештә башҡарыла һәм бер нисә сәғәт дауамында “Промед” медицина программаһына индерелә. Унда иһә һөҙөмтәне барлыҡ табиптар ҡарай ала. Йыраҡтағы тораҡ пункттарҙан килеп анализ һөҙөмтәһен алып йөрөү ҙә кәрәкмәй. Ошондай уҡ ғәмәл ЭКГ буйынса ла башҡарыла: фельдшер ЭКГ эшләгәндән һуң, күрһәткесәтрҙе системаға индерә, ошо мәғлүмәт нигеҙендә диагнозды махсус программа ҡуя, ә табипҡа, уны мониторҙа күргәс, раҫларға ғына ҡала.
Һанлаштырыуҙың төп маҡсаты - күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү, кеше факторына бәйле хаталарҙы кәметеү, сиратты кәметеү. Мәҫәлән, анализдарға электрон яҙылыу ҙа сиратты һиҙелерлек кәметкән.
– Әлбиттә, бер ниндәй яһалма интеллект та табиптың, уның һөнәри һиҙемләүен, белемен алмаштыра алмай, әммә һанлаштырыу белгестәрҙең эшен һәм кешеләрҙең тормошон күпкә еңеләйтә, - ти Руслан Ғиләжетдинов.
Ғөмүмән, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тармаҡты һанлаштырыу халыҡ өсөн медицина ярҙамын уңайлы һәм сифатлы итә. Унан тыш, “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә өс йыл эсендә йәмғеһе ике меңдән ашыу ауыл һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы сымлы һәм сымһыҙ технологияларға тоташтырыласаҡ.
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Фото Учалы районы хакимиәте башлығының сәхифәһенән.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: