Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
29 Мая 2020, 13:12

Онлайн байрам

Башланғыс кластар өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы урынына онлайн ҡыңғырау 22 май көнө яңғырап та ҡуйҙы. Бөгөн үтәсәк 9-сы һәм 11-се класс сығарылыш уҡыусылары өсөн дә һуңғы ҡыңғырау компьютер, планшет экрандары аша ғына була.#коронавирус #последнийЗвонок2020

Башланғыс кластар өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы урынына онлайн ҡыңғырау 22 май көнө яңғырап та ҡуйҙы. Бөгөн үтәсәк 9-сы һәм 11-се класс сығарылыш уҡыусылары өсөн дә һуңғы ҡыңғырау компьютер, планшет экрандары аша ғына була.
Быйыл районыбыҙҙың 219 уҡыусыһы – туғыҙынсыны, 87 уҡыусы – ун беренсене тамамлай. Күмертау ҡала мәктәптәрендә «һуңғы ҡыңғырау» 9 кластағы – 697 уҡыусы балаға һәм 11-сенән һуң сығарыласаҡ 341 уҡыусыға яңғырар. Сағыштырма өсөн, былтыр Көйөргәҙе районындағы 233 бала – 9-ҙы, 86 уҡыусыһы -11-ҙе уҡып бөткән. Күмертауҙа балалар һаны артыуы күҙәтелә, 2019 йылда туғыҙынсынан – 683, ә ун беренсенән – 317 уҡыусы сығарылған.
Ғәҙәттәгесә булған, мәктәп менән хушлашыу тантанаһына гөлләмә тотоп барыусы, форма-күлдәк кейгән, аҡ алъяпҡыс һәм аҡ таҫма таҡҡан ҡыҙҙар, костюмдағы егеттәр быйыл ауыл-ҡала урамдарын биҙәмәһә лә, дистанцион белем алған балалар үҙ аттестаттарын алып ҡыуаныр. Санитар-эпидемиологик талаптары менән үткәрелгән мәктәп аттестаттарын таратыу саралары 15 июнгә тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас: