Табиптар замана геройҙары. Ләкин күп осраҡта медицина хеҙмәткәрҙәре, юғары белемле врачтар мөмкинлектәре киң булған ҡала дауаханаларына эшкә керергә тырыша. Шуға күрә, илебеҙҙең ауыл-ҡасабаларында квалификациялы белгестәрҙең етмәүе күҙәтелә. Был мәсьәләне хәл итеүҙә, Көйөргәҙе районында ВУЗда уҡыған медик-студенттарыбыҙҙы ауылдарға эшкә ҡайтарыуҙың яңы ысулын тапҡандар. Райондың Хәйриә Фонды, муниципаль йүнәлтмәләр буйынса белем алған буласаҡ табиптарҙы әҙерләүҙә ҡатнашасаҡ һәм быйылдан бер студенттың ординатурала уҡыуын финанслауҙы башлайасаҡ.
«Ординатурала уҡып сыҡҡандан һуң, тыуған районыма ҡайтып эшкә урынлашасаҡмын. Әлбиттә, Өфө дауаханаларында эшләү престиж иҫәпләнһә лә, минең уйлауымса, яҡшы тәжрибә һәм профессиональ оҫталыҡты район дауаханаларында ла туплап була. Ҡорамалландырыу ҙа ҡаланан ҡалышмай. Ауыл еренә эшкә ҡайтыусы медицина хеҙмәткәрҙәренә хакимиәт, дәүләт тарафынан да ярҙамдар бар», - ти Резеда Килмәтова.
Тулы материал гәзиттең 46-сы һанында.