Юшатыр
+3 °С
Болотло
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Һаулыҡ һаҡлау
29 Июнь 2020, 11:07
Республикабыҙ дауаханалары яңы аппараттар менән тулылана
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, республикабыҙ дауаханалары яңы аппараттар менән тулылана.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, республикабыҙ дауаханалары яңы аппараттар менән тулылана. Оҙаҡламай Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы, 21-се ҡала дауаханалары, Октябрьскийҙағы 1-се һәм Сибай, Нефтекама ҡала дауаханалары медицина ҡорамалдары аласаҡ.
Федераль бюджет средстволары иҫәбенә 13 берәмек ҡорамал, шул иҫәптән алты юғары технологиялы - ике МРТ аппараты, бер КТ, ике ангиограф алынасаҡ. Июнь башында ун берәмек ҡорамал алыуға алты дәүләт контракты төҙөлгән. Республика бюджеты средстволары иҫәбенә 187 берәмек реабилитация ҡорамалдары алыу планлаштырыла.
Быйыл йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса төбәк проектын тормошҡа ашырыуға 861,69 миллион һум аҡса бүленгән.
"Башҡортостан"
Читайте нас:
Теперь мы в Telegram
Подписывайтесь на наш канал https://t.me/yhatir
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять