Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
25 Августа 2020, 10:47

Республикабыҙҙа "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы башлана.

Уның сиктәрендә алты автопоезд Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет маршруттары буйлап ауылдарға сығасаҡ.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Республикабыҙҙа "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы башлана. Уның сиктәрендә алты автопоезд Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет маршруттары буйлап ауылдарға сығасаҡ. Акция барышында ауыл халҡы медицина тикшереүе үтә, белгестәрҙән кәңәш һорай ала. Тәүге медицина ярҙамы ла күрһәтелә.
Был акцияла күсмә сәләмәтлек үҙәктәре, флюораграфиялар һәм маммографиялар, Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге клиник дауахананың, республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, республика стоматология поликлиникаһының моделе ҡатнаша. Табиптар бригадаһына терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог, балалар белгестәре ингән. Эш барышында санитар-эпидемиология талаптары үтәләсәк.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: