Күптән түгел ҡалабыҙҙа асылған күҙ дауаханаһы тураһында уҡып шатландыҡ. Хәҙер күҙҙе тикшертергә, дауаларға әллә ҡайҙа сит ҡалаларға йөрөмәҫкә, ә Күмертауҙың үҙенә генә барып булыуы ҙур ҡыуаныс булды һәм беҙгә лә уны барып күрергә тура килде.
Үткән аҙнала, районыбыҙҙан һәм ҡаланан 20 кеше йыйылып шунда операция яһатырға барҙыҡ. Беҙгә операцияны табип Илнур Хөснитдинов Өфөнән килеп яһаны. Шул хәтлем ипле, итәғәтле, алтын ҡуллы табип булыуына һоҡландыҡ. Һәр мөрәжәғәт иткән кеше менән ипле итеп һөйләшә, һәр нимәне ентекле аңлата ул.
Бер нисә көндән ошо 20 кеше күҙҙе тағы тикшертергә барҙыҡ. Барыбыҙҙың да операцияһы уңышлы үткән, шуға ҡыуанабыҙ. Күҙҙәр күргәс рәхәт икән, бар донъялар яҡтырып киткәндәй булды.
Беҙ, бер көндө операция яһатҡан 20 кеше, Илнур Илшат улына “Юшатыр” гәзите аша ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдергебеҙ килә. Илнур Хөснитдиновты итәғәтле итеп үҫтергән ата-әсәһенә лә рәхмәтлебеҙ. Уға иҫәнлек теләйбеҙ. Һәр саҡ халыҡты шатландырып, уларҙы дауалап йәшәһен, алтын ҡуллы табип Илнур Илшат улы.