Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
18 Октября 2020, 14:00

Айыҡ йәшәйек

Һатҡандарға өндәшәмен, тыйыла белер кәрәк!Харамдан алынған аҡса, һис ҡасан булмаҫ терәк.Эскәндәргә әйткем килә, ҡалдығыҙ бит бик һирәк,Ташлап була, ышанығыҙ, бары тик булһын теләк!

Замана йәшел йыланы бик күптәрҙе арбаны,
Уның әсе теленән һис береһе ҡалманы.
Ололарҙы-йәштәрҙе,әсәләрҙе-атаны
Йәлләмәне хатта ул, йәтем ҡалған баланы.
Һатҡаны ла, батҡаны ла, үкенер аҙаҡ, һуңлап
Насар ҡылғанын аңлап, ҡуйыр ул ауыр һулап.
Эскән уйлар эстән генә: йотҡанмын икән юҡҡа,
Йәшел йылан юлдары, алып килде тамуҡҡа.
Һатҡан илар эстән генә: һатҡанмын икән юҡҡа,
Рәнйештәре, күҙ йәштәре ташланы эҫе утҡа!
Күпме сабый тыумай ҡалды, ә тыуып үлгәндәре?
Эй, Аллам, күрергә яҙмаһын,
ул бал(а)лар күргәндәрҙе,
Бер аҙнала гүргә һала, әзмәүерҙәй ирҙәрҙе,
Былар бит барыһы ла, йәшел йылан эштәре!
Ҡунаҡ икән түрҙә тора, бик хөрмәтле – «Араҡы»,
Бына тәмле итеп кенә, рюмкаға тулып аҡты,
Күптәренең күҙе ҡыҙа, киптерә бит тамаҡты,
Һирәге, холҡын белеп, шым ғына башын ҡаҡты.
Айыҡ ҡунаҡтар үткәрегеҙ, тәмләп ашағыҙ ашты,
Әселәрен ҡушмай ғына, әйләндермәгеҙ башты!
Һатҡандарға өндәшәмен, тыйыла белер кәрәк!
Харамдан алынған аҡса, һис ҡасан булмаҫ терәк.
Эскәндәргә әйткем килә, ҡалдығыҙ бит бик һирәк,
Ташлап була, ышанығыҙ, бары тик булһын теләк!
Ауылымдың айыҡлығын ысынлап теләй йөрәк,
Был сағында, булыр ине үлемдәр һирәгерәк.
Ҡалтыранып торған ирҙә, булһа бик көслө беләк,
Ул сағында ҡатынына Ир булыр ине терәк!
Гөлнур ЙЫҺАНШИНА-ХӨСӘЙЕНОВА
Ялсыҡай ауылы
Читайте нас: