Барыһы 100-гә яҡын кеше табиптарға күренде. Машиналарҙа алынған анализдарҙың һөҙөмтәләре шунда уҡ билдәле булһа, ФАП-та алынған анализдар ошо аҙнала әҙер буласаҡ. Тикшереү ваҡытында йөрәктәре ауыртҡандарға урында уҡ кәңәштәр бирелде, кемдәрҙер тәүгә шәкәр ауырыуы булыуы тураһында белде һәм уның профилактикаһы буйынса кәңәштәр алды.
«Ғаиләбеҙ: ирем, үҙем һәм ҡыҙыбыҙ менән табиптарға кереп сыҡтыҡ. Был беҙҙең өсөн бик тә уңайлы булды. Ермолаево дауаханаһына барыр өсөн врачтарға алдан яҙылыу кәрәк. Ә бында урында уҡ ҡарайҙар, дауаланыу өсөн кәрәк укол, дарыуҙарын яҙып та бирҙеләр. Уларҙы алып һаулыҡты төҙәтә лә башланыҡ инде» - ти Яҡуп ауылынан Ләйсән Искәндәрова.
Тулы материал 84-се һанда сыҡты.