Күмертау ҡалаһы буйынса пандемия башынан был сиргә 19 мең тикшереү үткәрелгән, шуларҙың 252 -һендә ыңғай диагноз булһа, 182 кеше шәбәйгән. Дауаханала бөгөнгө көндә 88 кеше ятһа, 2-әүһе ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Пневмония менән дауаханала 67 кеше дауалана.
Дауаханаларҙа хәлдәр нисек икән, был сир менән ҡалабыҙ дауаханаһында ятып сыҡҡан кешеләр нимә һөйләүҙәре хаҡында ла белештек.