Абдул ауылында йәшәүсе, фельдшерыбыҙ Фәриҙә Ноғомановаға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткергем килә. Ул беҙгә бик яҡшы ярҙам итә. Ҡасан шылтыратһаң да гел бәйләнештә. Итәғәтле, матур итеп һөйләшә, барыбыҙҙың да хәленә керә белә. Яңыраҡ шулай шылтыратып, тормош иптәшемдең башы ауыртыуы тураһында әйттем, шунда уҡ дарыуҙың исемен яҙҙырҙы, мин тиҙ арала ҡалаға барып дарыуҙы алып ҡайттым һәм был дарыу уға бик килеште...