Луиза Солтангәрәева, Таймаҫ ауылы фельдшеры:
Ауылыбыҙ медпунктын комиссия менән килеп ҡаранылар, документациялар менән теркәлде, авария хәлендә тигән ҡарар сығарылды. Баш врачыбыҙ, район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов та беҙҙең хәлде күрҙеләр. 38 йыл ошо ауылда фельдшер булып эшләйем, мин килгәндә бина яңы ине, хәҙер үҙем дә олоғаям, медицина ярҙамы пункты ла иҫкерҙе. 6 бүлмәбеҙ бар, 1-һен бикләп ҡуйҙыҡ, унда эшләрлек түгел. Медпуктҡа беркетелгән 403 кешене ҡарайбыҙ, өлкәндәребеҙ ҙә, балаларыбыҙ ҙа күмәктәр. Нисә йыл мөрәжәғәт итәбеҙ төҙөкләндереү һорауы буйынса, киләһе йыл буласаҡ тип кенә өндәшеп килделәр. Район башлығы һүҙҙәренән, беҙҙә ФАП булдырыу 2021 йыл планына индерелгән.