Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Декабрь 2020, 19:30
1

Йылыбыҙҙы өләшәбеҙ

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға төрлө үҙәктәрҙә, түңәрәктәрҙә дәрестәр үткәрелә. Шуларҙың береһе - Күмертауҙағы реабилитация үҙәге. Был үҙәктә белгестәр яңы технологиялар булдырыуға ҙур иғтибар бүлә.

Реабилитация үҙәгендә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға тыуғандан алып 4 йәшкә тиклем иртә ярҙам күрһәтеү эше алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу мотлаҡ. Бында белгестәр ғаилә менән дә тығыҙ эш алып бара. Беҙҙең үҙәктә реабилитация үткән балаларҙың 95 процентында физик тәрбиә буйынса, моторика, сенсор, навыктарҙы, телмәр үҫтереүҙә, уйын уйнауҙа һ.б. позитив үҙгәрештәр күҙәтелә.
Республикабыҙҙың төпкөл ауылдарында йәшәүсе ғаиләләр өсөн “Күсмә мобиль бригада” ла эшләй. Бригада ярҙамында ата-әсәләр һаулыҡтары сикләнгән балаларҙы нисек тәрбиәләү, үҫтереү тураһында күп төрлө мәғлүмәттәр алып ҡыуанды.
Шула йуҡ үҙәктә лекотека, Монтессори методикаһы буйынса эштәр алып барыла. Төрөкмдәрҙә педагог, логопед, музыка етәксеһе, тәрбиәселәр, психолог эш алып бара. Балалар үҙ аллы шөғөлләнеүгә лә өйрәнә, телмәрҙәре лә байый.
Ю. ЕНГАЛЫЧЕВА, Күмертау ҡалаһындағы реабилитация үҙәгенең педагогия һәм психология буйынса бүлек мөдире.
Тулы материал 101-се һанда баҫылып сыҡты.
Читайте нас