Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Ғинуар 2021, 12:30

Һырғалаҡтың сәйе тәмле икән

Яҡуттар быйыл иғтибарҙың төп үҙәгендә булдылар, уларға кем генә килмәне лә, кем генә китмәне. "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашып, бар ғаләмдең иҫен килтерҙеләр, әллә күпме саралар үткәрҙеләр, телевизорға төштөләр. Өфәгә, конкурсҡа материалдар ебәрҙеләр ҙә шуның менән булды түгел, тормош дауам итә. Кисә улар, балалар менән бергә, ҡырға сыҡҡан - Ташлытауға. #Якутово#Айыҡауыл#Юшатыргәзите

Һырғалаҡ байрамын шартына килтереп үткәрәйек, халыҡ йолаһын тейешенсә башҡарайыҡ тип, шулай тырышҡандар. Балаларҙың каникул мәле лә бит, ялдары ял һымаҡ булһын. Тау битләүендә төрлө уйындар уйнағандар һәм самауыр сәйе эскәндәр. Сәйҙе өйҙә лә эсеп була, тик тәбиғәттә эскән сәйгә етмәне ни. Был байрам барыһының да күңеленә хуш килгән, кескәйҙәр оло апайҙарына рәхмәт әйткәндәр - Айгөл Ғәббәсоваға, Айһылыу Ҡәҙерғоловаға һәм Гөлфиә Әбйәлиловаға. Сараның матур ял булыуы бер нәмә, балаларҙың араҡы эсеүҙән дә насарыраҡ ғәҙәт булмай тигәненә төшөнөүе икенсе нәмә - лутсы тәбиғәттә самауыр сәйе эсәһең.
Читайте нас