Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
2 Февраля 2021, 11:36

Ни тиклем күберәк, шул тиклем яҡшыраҡ

Кисә Радий Хәбиров ФАП-тар буйынса ҡәтғи әйтте: ниндәй район модулле ФАП-тарға урынды, бөтөн инфраструктураны әҙерләп өлгөрмәй, яңы пунктты башҡа районға бирәбеҙ ҙә ҡуябыҙ. Үҙегеҙгә үпкәләгеҙ.Беҙҙең районда модулле ФАП былтыр берәү ҡуйылды -Зәк-Ишмәткә. Әле ул тантаналы асылмаған, таҫмалар киҫеү ай аҙағында буласаҡ. Был ғына аҙ, яңы фельдшер пункты көткән башҡа ауылдар ҙа бар, тәү сиратта Яңы Таймаҫ ("Юшатыр" был темаға әллә нисә яҙҙы). Унан килә Яҙлау һәм Яманғол.

Ошо өс ауылға яңы ФАП-тар кәрәк тип, әле документтар әҙерләнә. Ниңә тап ошо өс ауыл - быны аңлау өсөн уларҙы барып күрергә кәрәк, һау кеше килеп керһә лә унан ғәрипләнеп сығып китеүе бар, түшәмдәре башҡа төшөргә тора, стеналары ярғыланып бөткән. Элекке хакимиәт уларҙы бер нисә тапҡыр ҡарап сыҡҡайны (фотола Ә. Ҡотлоәхмәтов һәм ул саҡтағы урынбаҫар Л. Хәмитова), яңы етәкселек тә барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Бәхәс юҡ - ФАП-тар кәрәк. Ни тиклем күберәк, шул тиклем яҡшыраҡ. Әлегә өсәүгә заказ бирелә, ысынбарлыҡта нисек килеп сығыр, билдәһеҙ, шулай ҙа яҡшыға өмөт итәйек, теләгәнде бирерҙәр һәм беҙҙән уны береһе лә тартып алмаҫ.
Был турала материал киләһе һанда була.
Читайте нас: