Ниһайәт, барыбыҙ ҙа көткән ваҡиға етте – коронавирусҡа ҡаршы «Спутник V» вакцинаһы бөтә теләүселәргә лә яһала башланы. Эйе, республикаға ул былтырғы йыл аҙағынан килтерелә, әммә тәүге партиялар эшмәкәрлеге даими аралашыуға ҡоролған һөнәр эйәләренә – табиптарға, уҡытыусыларға, социаль хеҙмәткәрҙәргә һәм башҡаларға тәғәйенләнде. Өфө журналисы Станислав Шахов үҙ теләге менән вакцина яһатыуға яҙылды һәм уны үҙендә һынап ҡараны.
Нисек яҙылырға
Прививкаға:
– «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһы йәки doctor.bashkortostan.ru республика сайты аша;
– колл-үҙәктең берҙәм телефоны буйынса – 1301 һәм 122;
– үҙең беркетелгән поликлиниканың регистратураһында;
– Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә – (347) 218-19-19 шылтыратып;
– «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша яҙылырға мөмкин.
Мин һуңғыһын һайланым – үҙемдең шәхси битемә инеп (телефондан да мөмкин), «COVID-19-ға ҡаршы вакцинацияға яҙылыу» тигән һылтанмаға баҫтым. Унда үҙегеҙ өсөн уңайлы поликлиниканы, көндө һәм ваҡытты һайларға була. Әлеге ваҡытта республикаға вакцинаның 20 мең доза самаһы яңы партияһы килтерелде, шуға күрә был йәһәттән проблема юҡ. Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән өлгөрмәһәгеҙ, борсолмағыҙ – инъекция аҙна һайын тигәндәй килтерелә, шуға күрә барлыҡ теләүселәргә лә етәсәк.
Поликлиникала ҙур булмаған сират бар ине, әммә ун минут эсендә ул юҡҡа сыҡты. Махсус әҙерлек – ҡан анализы, коронавирусҡа тест йәки антиесемдәрҙең булыу-булмауын асыҡлау кәрәкмәй. Һеҙ үҙегеҙ өсөн уларҙы тапшыра алаһығыҙ, әммә теләмәһәгеҙ – бирмәгеҙ. Бына миңә лә инергә сират етте.
Иҫтәлеккә – фото
Иртә менән поликлиникала.
– Температурағыҙ юҡмы? Йүткермәйһегеҙме? Ҡасан ауырынығыҙ? Коронавирус булманымы? – шәфҡәт туташының һорауҙар теҙмәһе оҙон ғына. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: хроник сирҙәре ҡуҙғыған, киҫкен вируслы инфекциялар (ОРВИ) билдәләре булған кешеләргә, шулай уҡ ауырлы ҡатындарға һәм бала имеҙгән әсәләргә вакцина эшләнмәй.
Юҡ инде, юҡ, юҡ! Мин һау-сәләмәтмен һәм һынауға әҙермен.
Артабан инструктаж: прививка яһатҡандан һуң өс көн мунсала йыуынмаҫҡа, бер сынаяҡ сәйҙән ауыр нәмә күтәрмәҫкә, алкоголле эсемлектәр эсмәҫкә. Былар хоҡуҡты һәм иректе сикләмәй, уларҙы һәр кем үтәй ала.
Иҫләйем: илебеҙҙә был эш башланып ҡына торған мәлдә чиновниктарҙан кемдер, прививканан һуң 42 көн эсергә ярамай тип әйтеп, вакцинацияны саҡ юҡҡа сығарманы. Вакцина уйлап табыусыларға матбуғат кәңәшмәһе ойоштороп, был кешенең яңылышыуын аңлатырға тура килде. 42 көн – ул тыйыуҙар түгел, ә антиесемдәр барлыҡҡа килеү ваҡыты. Эйе, бөтөнләй эсмәү – әлбиттә, яҡшы, әммә был осраҡта өс көн спиртлы эсемлектәр ҡулланмау тураһында һүҙ бара.
Процедуралар бүлмәһенә инәм. Шәфҡәт туташы ампула сығара.
– Әйҙәгеҙ, иҫтәлеккә фото төшәйек, – тип тәҡдим итәм.
– Нимәгә?
– Былай ғына, иҫтәлеккә. Әллә һеҙҙә кешеләр фото төшмәйме?
– Юҡ, һеҙ – тәүгеһе, – ти шәфҡәт туташы ризаһыҙыраҡ, әммә камераға профессиональ моделдәр ише ҡарап, фотоға төштө.
Ғәҙәти, ябай укол, бер тамсы ла ауыртманы. Әммә вакцина беҙҙең организм өсөн яңы төр булғанға күрә, табиптар шунда уҡ өйгә ҡайтып китмәҫкә, ярты сәғәт самаһы коридорҙа тыныс ҡына ултырып торорға кәңәш итә. Был кәңәштең аңлатмаһы бик ябай: әгәр организмдың прививкаға ҡарата ниндәйҙер реакцияһы булһа, ул ярты сәғәттә беленәсәк һәм табиптар һеҙгә ярҙам итә аласаҡ. Шуны ла әйтергә кәрәк, әлегә көслө аллергия, анафилактик шок йәки башҡа төрлө насар эҙемтәләргә бәйле бер осраҡ та теркәлмәгән. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, прививка яһатыусыларҙың 98 проценттан ашыуында йөҙ процентлы күҙәнәк иммунитеты барлыҡҡа килгән, уларҙың организмындағы антиесемдәр кимәле COVID-19 менән сирләп йүнәлеүселәрҙекенә ҡарағанда 1,3-1,5 тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған. Вакцина бөтә йәштәгеләр өсөн берҙәй һөҙөмтәле.
Бына шулай, барыһы ла тейешенсә башҡарылды, хәҙер эшкә барырға ла мөмкин.
Прививканан һуң кискеһен хәл нисек булды
Организм вакцинаны яҡшы ҡабул итте. Быға тиклем инъекция эшләткәндәр араһында, температурам күтәрелде, үҙемде сирләй башлаған кеүек тоям, тип яҙыусылар ҙа булғайны. Беренсе көндә миндә бер ниндәй ҙә симптомдар булманы. Артабан да ғәҙәттәгесә эшкә йөрөнөм. Икенсе көндә иртәнсәк ҡулдың инъекция яһатҡан урыны һыҙлай башланы. Кемдер шул урынға ғына бамбук таяғы менән һуҡҡан кеүек. «Һинең ҡулыңда антиесемдәр барлыҡҡа килә, артабан улар бөтә тәнеңә тараласаҡ», – тип шаяртты коллегалар.
Өҫтәүенә бығаса булмаған арыу барлыҡҡа килде. Бар нәмәгә ҡул һелтәп (ә ысынында ҡул күтәрелмәй ине), бер нәмә лә эшләмәй, телевизор ҡабыҙып, хоккей ҡарап тик ятҡым килде. Мин шулай иттем дә. Өсөнсө көндә әлеге хәлһеҙлек кенә ҡалды, ә дүртенсе көндә быларҙың барыһы ла хәтирә ине инде. Был – организмдың ғәҙәти реакцияһы. Ҡағиҙә булараҡ, прививка яһатҡандан һуң ныҡ ҡына күтәрелгән температура осраҡтары ла өсөнсө-дүртенсе көнгә яйлана.
Көн һайын миңә «Дәүләт хеҙмәттәре»нән һаулыҡ торошон күҙәтеп көндәлек тултырыу зарурлығы тураһында хәбәр килеп торҙо. Был күп ваҡытты алмай, бер-ике минут етә. Мәктәптә уҙғарылған тестағы кеүек үҙеңде нисек тойоуың, насар эҙемтәләр булыу-булмауын теркәп барырға тейешһең.
Март башында мин прививканың икенсе этабын яһатасаҡмын, ғәҙәттә ул тәүгеһенә ҡарағанда еңелерәк үтә, тиҙәр. Тағы ла 21 көндән, йәғни апрель башына, миндә ике йыл тәьҫир итәсәк тулы ҡеүәтле иммунитет барлыҡҡа киләсәк.
БЕЛГЕС ФЕКЕРЕ
Азат Мөхәмәтйәнов, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының баш эпидемиологы:
– Шуны билдәләргә кәрәк: кешеләр прививканан ҡурҡыуҙан туҡтаны һәм уның мөһимлеген аңлай башланы. «Спутник V» вакцинаһын донъяның ғилми берләшмәһе таныны, уны бик күп илдәр һатып ала. Был беҙҙең ил табиптарының донъяла яҡшы рәттә булыуына дәлил. Сиратта – тағы ике вакцина. Улар быйыл уҡ киң әйләнешкә сығыр, моғайын.
Әлеге мәлдә беҙҙә вакцинаның беренсе компоненты – 75 мең, икенсеһе 16 мең кешегә яһалған. Коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн ике миллион самаһы кешегә прививка яһарға кәрәк, шуға күрә алда эштәр күп.