Һаулыҡ һаҡлау
13 Марта 2021, 04:36

Барыһы ла кире ҡайта

Теүәл бер йыл элек тормош туҡталып ҡалғандай булды. Өндә түгел, төштә күрмәҫ ваҡиғалар башланды: ҙур магазиндар, кафелар, кинотеатрҙар ябылды, әҙәм балаһы бит-ҡулын йәшереп йөрөргә, улай ғанымы, йөҙөн йәшерергә мәжбүр булды - йорттарына бикләнде.

Хоҙайға шөкөр, барыһы ла кире урынына ҡайта ахры. Магазиндарға, ҡурҡмай, бара алабыҙ, кино-концерттарға ла йөрөй башланыҡ. Һәм табиаптар ҙа, коронавирус ығы-зығыһынан аҙ ғына арынып, ҡәҙимге тормоштарына, эштәренә ҡайта башланы. Күмертау табиптары ауылдарға халыҡты ҡабул итеүгә сыға башланы. Дөрөҫ, улар йәй көнө лә, бер нимәгә ҡарамаҫтан, ауылдарға йөрөп әйләнде. https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_32390 Ә быйылғы тәүге бәхет Яҙлау һәм Яңы Муса ауылы халҡына тәтене. Табиптар тәү башлап уларға килде. Барыһы ла урынына кире ҡайта, имен булһаҡ, сират башҡа ауылдарға ла барып етер.
Читайте нас