Һаулыҡ һаҡлау
19 Марта 2021, 09:03

Буламы, юҡмы?

Резеда СӨЛӘЙМӘНОВА, Яманғол ауылы фельдшеры:- Беҙҙең пункт садик зданияһында урынлашҡан. Район хакимиәте башлығы, «Юшатыр» гәзите, тағы ла күп ҡунаҡтар 2019 йылда килеп, ҡарап, ФАП-тың ҡурҡыныс хәлдә икәнен күреп киткәс, эстән штукатурит итеп, ремонтларға тигән ҡарар сығарылды.

Резеда СӨЛӘЙМӘНОВА, Яманғол ауылы фельдшеры:
- Беҙҙең пункт садик зданияһында урынлашҡан. Район хакимиәте башлығы, «Юшатыр» гәзите, тағы ла күп ҡунаҡтар 2019 йылда килеп, ҡарап, ФАП-тың ҡурҡыныс хәлдә икәнен күреп киткәс, эстән штукатурит итеп, ремонтларға тигән ҡарар сығарылды. Һәм былтыр штукатурит итеп ремонтлап киттеләр, хәҙер эстән матур, барып кереүе лә күңелле, тик фундаменты киткән, ярылып китеүе ихтимал тинеләр. Тәҙрәләр иҫке, берәүен бала-сағалар уйнап ватҡайны, шунан өрә. Февраль айының сатлама һыуығында, бүлмәбеҙ үтә һалҡын булды. Өҫтәүенә ҡыйыҡтан һыу тамып аптырата. Яңы ФАП булыуы ихтимал тигән хәбәрҙе ишетеүен ишеттек тә ул, ышанып етмәйбеҙ. Бирәбеҙ тип ҡыуандырһалар урынын, ерен ҡарап, йәһәт кенә әҙерләп ҡуйыр инек тип уйлайым.
Яңы Таймаҫ, Яҙлау ауылдары фельдшерҙары фекерҙәре гәзиттә сыҡты.
Читайте нас