1968 йылда Көйөргəҙе районы Түбəнге Мотал ауылында ете бала тəрбиəлəгəн Ғəйзулла һəм Рəхимə Юлтаевтар ғаилəһендə алтынсы бала булып донъяға килə ул. Дүрт йəшенəн абзый-апалары менəн бергə бесəн эшендə лə ҡатнаша, сөгөлдөр ҙə уташа, сепей ҙə көтə, сиратлап ауыл көтөүен көткəндə лə ярҙам итə. Атаһы күплəп умарта ла тотҡас, баҡсаһында төрлө йəшелсəлəр, хатта ҡауын-ҡарбуҙ ҙа үҫтергəс, бында ла ярҙам итə: һыу һибə, сүп утай.