Аллаға шөкөр, медицина йәһәтенән, был яҡтар ҡараулы. Кисә ҡала дауаханаһы ауылға үҙе килгән. Һаулыҡы йыш тикшертеп торорға кәрәк, аҙаҡ һуң булмаһын өсөн, быны яҡшымбәттәр яҡшы белә. Кисә бөтәһе 44 кеше үҙен ҡаратҡан. Машинаға ҡоролған медицина ҡорамалы ла ҡыҙыҡ исемле - Check-up. Хәйер, уның нисек аталыуы мөһим түгел, файҙаһы булһа -булды. Ауылдаштар ЭКГ үткән, кәүҙәһен үлсәткән (был да һаулыҡ өсөн мөһим күрһәткес), күҙ баҫымы нисек, глюкоза, холестерин кимәле... Бөтәһе лә тикшерелгән.