Быныһы һүҙ ыңғайына ғына әйтелгәне. Нимә-нимә, ҡала табиптары Яҡшымбәт яҡтарын иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Улар ҙа бер көндә генә урап сыға алмай был тирәләрҙе, теге көн Яҡшымбәттең үҙендә халыҡты ҡабул итте, кисә Көйөргәҙе ауылына барғандар. Байтаҡ кеше терапевт, гинеколог, окулист, кардиолог, невролог, хирургҡа күренгән, УЗИ үткән.