Һаулыҡ һаҡлау
5 Июня 2021, 03:14

Һалдырырғамы?

Айҙар Туйгилдин, Көйөргəҙе район хакимиəтенең ауыл хужалығы бүлеге етəксеһе, баш агрономы:- Мин үҙем прививка һалдырып, сөскөрһə лə бышҡырһа ла больницаға ярҙамға йүгергəн кешелəр рəтенəн түгел. Ғөмүмəн, медикаментоз дауаланыуға ҡаршы ҡараш йөрөткəн кеше.

Айҙар Туйгилдин, Көйөргəҙе район хакимиəтенең ауыл хужалығы бүлеге етəксеһе, баш агрономы:
- Мин үҙем прививка һалдырып, сөскөрһə лə бышҡырһа ла больницаға ярҙамға йүгергəн кешелəр рəтенəн түгел. Ғөмүмəн, медикаментоз дауаланыуға ҡаршы ҡараш йөрөткəн кеше. Шулай ҙа был прививканан ситтə ҡалып булманы. Эше булмаған, тик ятҡан кешелəр генə теге ерем ауырта, был ерем, тип уфтанырға ваҡыт таба, ə минең ауырыйым тип бот күтəреп ята торған холҡом юҡ, бар ауырыуҙарҙы ла аяҡ өҫтө йүгереп йөрөп үткəреп өйрəнелгəн. Был юлы ла уфтанып, хəлемде тикшереп торорға ваҡыт таба алманым, үҙемдең прививкаһыҙ йəшəү принцибын боҙоп, прививканың ике этабын да үттем, үҙемде яҡшы тоям.
Вакцинацияға бәйле башҡа фекерҙәр гәзиттә сыҡты.
Читайте нас