Һаулыҡ һаҡлау
22 Июня 2021, 04:21

Ике донъя - бер мөрйә

Аҡһарыла 3,1%, Санйын - 0, Ҡотлоюл - 5,1%, Зәк-Ишмәт- 5,8%, Тимербай- 0,7%, Яҡшымбәт - 7,3%, Мораптал - 7,1%, Яҡуп - 0. Был коронавирусҡа ҡаршы вакцина һалдырыусылар нисбәте.

Аҡһарыла 3,1%, Санйын - 0, Ҡотлоюл - 5,1%, Зәк-Ишмәт- 5,8%, Тимербай- 0,7%, Яҡшымбәт - 7,3%, Мораптал - 7,1%, Яҡуп - 0. Был коронавирусҡа ҡаршы вакцина һалдырыусылар нисбәте. Республика етәкселеге теҙгенде аҙыраҡ шаҡарғайны, бөтәһе лә прививка яһарға йүгерҙе, сират барлыҡҡа килде, әммә ҡайһы бер ауылдарҙа һаман ике донъя - бер мөрйә, тип йәшәп яталар. Бәғзе ауыл хакимиәттәрендә эшләгәндәрҙән дә береһе лә вакцина һалдырмаған, уларҙы бөгөн әрләп алдылар, булды-булды, еңдәрҙе һыҙғанып торабыҙ, тиҙ арала һалдырабыҙ тип, район башлығын тынысландырырға тырышты ауыл башлыҡтары.
Район буйынса, әйткәндәй, вакциналаныусы кешеләр һаны -13,7%. Күрһәткес, элекке көндәр менән сағыштырғанда, яҡшырған, әммә ил күләмендә был барыбер аҙ. Алдағы көндәр күрһәтер: ҡыҫымға түҙмәйме, үҙ белдеге менәнме, районда йәшәүселәрҙән күпме кеше еңен һыҙғаныр, ике донъя - бер мөрйә тип боҫоп ҡалырға барыбер ирек булмаҫ.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас